Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




І Йылъяҙма 16:34 - Изге Яҙма

34 Раббыға шөкөр итегеҙ, Ул игелекле, Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




І Йылъяҙма 16:34
13 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Урмандағы ағастар шатланып гөрләшһен Раббы хозурында. Сөнки Ул ер йөҙөн хөкөм итергә килә.


Шулай уҡ Һеманды, Йедуҫунды һәм исемдәрен атап тағы бер нисә кешене «Раббының тоғро мөхәббәте мәңгелек!» тип Раббыны данлар өсөн тәғәйенләй.


Йеһошафат халыҡ менән кәңәшләшкәндән һуң, ҡораллы һуғышсылар алдынан барып, Раббыға һәм Уның мөҡәддәс бөйөклөгөнә дан йырлар. «Раббыға шөкөр итегеҙ, Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек!» – тип тәҡрәр итер өсөн йырсылар билдәләй.


Борғо ҡысҡыртыусылар менән йырсылар бер тауыштан Раббыға маҡтау һәм шөкөрана йырларға тотона. Бына борғолар менән һуҡма тәрилкәләрҙең, башҡа уйын ҡоралдарының ғәйрәтле тауыштарына ҡушылып, йырсылар Раббыны маҡтай һәм данлай. «Ул игелекле, Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек», – тип йырлағанда, Раббы ҡорамына балҡып торған болот тула.


Барлыҡ исраилдар, ут төшкәнен һәм ҡорам өҫтөндәге Раббының шөһрәтен күреп, йөҙтүбән ергә ҡаплана һәм: «Ул игелекле, Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек», – тип Раббыға маҡтау яуҙыра.


Улар сиратлашып Раббыны данланы һәм шөкөр ҡылып: «Раббы игелекле, Исраилға тоғро мөхәббәте мәңгелек», – тип йырланы. Раббы йортона нигеҙ һалынған өсөн Раббыны данлап, бөтә халыҡ тирә-яҡты шатлыҡ ауаздарына күмде.


Ҡыуалармын яҡынына йәшерен яла яҡҡанды, Түҙеп тормам тәкәббергә, өҫтән аҫҡа баҡҡанға.


Раббыны данлағыҙ! Раббыға шөкөр итегеҙ, Ул игелекле, Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек!


Раббыға рәхмәт уҡығыҙ, Ул игелекле, Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек!


Бәхетле пак юлдан йөрөгәндәр, Раббының ҡануны менән йәшәгәндәр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ