27 Дәрәжә һәм шөһрәт Уның хозурында, Торлағында – ҡеүәт һәм дә шатлыҡ.
Башҡа халыҡтарҙың илаһтары – боттар, Раббы иһә күктәрҙе бар ҡылған.
Эй халыҡтар, Раббыға лайыҡ хөрмәтте күрһәтегеҙ, Ғиззәтле, ҡөҙрәтле Раббыға хөрмәт күрһәтегеҙ.
Нөхәмияһ та уларға: – Барығыҙ, һимеҙ ит ашағыҙ, баллы шарап эсегеҙ, ашар-эсеренә әҙерләмәгән кешеләргә өлөш бирегеҙ, сөнки бөйөк Хакимыбыҙ Алла өсөн был көн изге. Ҡайғырмағыҙ, сөнки Раббы биргән ҡыуаныс һеҙҙе ҡеүәтле итә, – тине.
Улар эҙҙәремә баҫып килә, Ҡамалайҙар мине һәр тарафтан, Йығып һалыр өсөн һағалайҙар.
Йырсылар етәксеһенә: «Гиттиҫ» көйөнә. Дауыттың мәҙхиәһе.
Күктәр һөйләй Уның хаҡлығы хаҡында, Шөһрәтен бөтә халыҡтар күрә.
Күрәм: уның биленән юғары өлөшө балҡып торған алтын кеүек, ә аҫҡы яғы утҡа оҡшаған. Ул тотошлай емелдәгән нурға сорналған.
Атам! Һин Миңә биргән кешеләрҙең Мин барасаҡ урында Минең менән бергә булыуҙарын теләйем. Улар Һин биргән шөһрәтте күрһен: Һин бит Миңә донъя яратылғанға тиклем үк мөхәббәтеңде бирҙең.