25 Сөнки Раббы бөйөк, сикһеҙ маҡтауға лайыҡ, Ул барса илаһтарҙан да дәһшәтлерәк.
Шөһрәтен ҡәүемдәргә иғлан итегеҙ, Хикмәттәрен барса халыҡтарға еткерегеҙ.
Мин төҙөйәсәк бина бөйөк, сөнки Аллабыҙ бөйөк, бөтә аллаларҙан юғарыраҡ.
Өмөт бағламағыҙ түрә-башлыҡтарға, Ҡотолоу бирә алмаған кеше затына.
Йырсылар етәксеһенә: Ҡорах улдарының мәҙхиәһе.
Төндә йырлаған йырҙарым иҫкә төшә, Үҙ-үҙем менән һөйләшәм, Күңелдәге һорауҙарыма яуап эҙләйем:
«Мәңгелеккә ваз кистеме бөйөк Хаким? Инде һис кенә лә хуш күрмәҫме?
Сөнки асыуыңдан юҡ булабыҙ, Ярһыуыңдан ҡурҡыуға ҡалабыҙ.
Йә Раббы, илаһтар араһында Һинең кеүек кем бар? Мөҡәддәслегендә олпат, данында дәһшәтле, Мөғжизәләр тыуҙырыусы Һинең һымаҡ кем бар?
Минәнме ҡурҡмайһығыҙ? – тип белдерә Раббы. – Минең алдымдамы ҡалтырамайһығыҙ? Мин диңгеҙгә ҡомдо сик итеп ҡуйҙым, Үтеп булмаҫлыҡ мәңгелек итеп ҡылдым. Тулҡындар ни тиклем ташланһа ла, Шаулап ажғырһа ла, үтә алмаҫ.
Гәрсә көнсығыштан алып көнбайышҡа тиклем Минең исемем халыҡтарҙа данлы булыр. Һәр ерҙә Миңә арнап хуш еҫ төтәтерҙәр, хәләл саҙаҡалар бирерҙәр. Сөнки исемем халыҡтар араһында данлы булыр, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. –