15-16 Уның килешеүен, Меңдәрсә быуынға биргән һүҙен, Ибраһим менән төҙөшкән килешеүен, Исхаҡҡа Ул биргән антты мәңге онотмағыҙ.
Ул – беҙҙең Аллабыҙ Раббы, Уның хөкөмө – бөтә ер йөҙөндә;
Әммә Раббы ҡөҙрәтен күрһәтер өсөн Исеме хаҡына йолоп алды.
Уларҙың ҡулдары яуызлыҡ ҡыла, Уң ҡулдары тулы ришүәт уларҙың.
Ата-бабаң урынына улдарың булыр, эй батша; Уларҙы бөтә ер өҫтөнә хакимдар итеп ҡуйырһың.
Тотош Исраил өсөн Хорев тауында ҡолом Муса аша биргән ҡанунды, Минең ҡағиҙә һәм ҡарарҙарымды иҫегеҙҙән сығармағыҙ.
Шулай итеп, Аллаң Раббының берҙән-бер Алла икәнен бел. Ул – тоғро Алла. Ул Үҙенең килешеүенә тоғро ҡалып, Үҙен яратҡандарға, Уның бойороҡтарын теүәл үтәгәндәргә меңенсе быуынына тиклем мөхәббәтен күрһәтә.