10 Уның мөҡәддәс исеме менән маҡтанығыҙ, Раббыны эҙләгәндәрҙең күңелдәре шат булһын!
Раббыға, Уның ҡеүәтенә өмөт бағлағыҙ, Бер туҡтауһыҙ Уға ынтылығыҙ!
Уға йырлағыҙ, көй сығарығыҙ, Бөтә мөғжизәләрен бәйән итегеҙ!
Шуға күрә бөтөн йөрәгегеҙ һәм бар булмышығыҙ менән Аллағыҙ Раббыға ынтылығыҙ. Раббыбыҙ Аллаға Изге торлаҡ төҙөгөҙ, унан һуң Раббы исеменә бағышланған был йортҡа Раббының Килешеү һандығы менән Алланың изге һауыттарын күсерерһегеҙ.
Һин, Сөләймән улым, атайыңдың Аллаһын бел һәм уға бөтөн йөрәгең һәм бар булмышың менән хеҙмәт ит, сөнки Раббы бөтә йөрәктәрҙе һынап ҡарай һәм уйҙарҙың һәр ынтылышын аңлай. Әгәр Уны эҙләһәң – табырһың, ә инде Уны ташлаһаң, Ул һинән бөтөнләй ваз кисер.
Һәммә йәһүҙиҙәр ҡыуанышып, бөтә йөрәктән ант итәләр. Улар бар тырышлыҡтарын һалып, Уға ынтылалар һәм Раббы уларға Үҙен аса. Раббы уларға һәр яҡлап именлек бирә.
Ал ҡоралың, ал ҡалҡаның, Ярҙамға ҡалҡ!
Тот һөңгөңдө, баҫтырыусыларҙың ҡый юлын; Әйт йәнемә: «Ҡотҡарыусың Мин һинең!»
Мине һөйгәндәрҙе мин дә һөйәм, эҙләгәндәр мине тапмай ҡалмаҫ.
Мин йәшерен генә, ҡараңғы урында тороп һөйләмәнем, Яҡуп тоҡомона: „Мине буш урындарҙа эҙләгеҙ!“ – тимәнем. Хәҡиҡәтте һөйләгән, Дөрөҫлөктө асҡан Раббы Мин.
Бөтә Исраил нәҫеле Раббы арҡаһында аҡланыр һәм дан ҡаҙаныр!
Мине эҙләрһегеҙ, әгәр ихлас күңелдән эҙләһәгеҙ, табырһығыҙ.