Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




І Йылъяҙма 16:1 - Изге Яҙма

1 Алла һандығын алып килеп, Дауыт ҡорҙорған сатыр уртаһына ҡуялар. Аллаға тотош яндырыу ҡорбандары һәм татыулыҡ ҡорбандары килтерәләр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




І Йылъяҙма 16:1
14 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Уянып киткәс, Сөләймән күргәндәренең төш икәнен аңланы. Йәрүсәлимгә ҡайтҡас, Раббы Хакимдың Килешеү һандығы эргәһенә баҫты, тотош яндырыу, татыулыҡ ҡорбандары килтерҙе, унан үҙенең бөтә хеҙмәтселәре өсөн мәжлес йыйҙы.


Батша һәм уның менән бергә бөтә исраилдар Раббы хозурында ҡорбан салды.


Дауыт үҙе өсөн Дауыт ҡалаһында йорттар төҙөй, Алла һандығы өсөн урын әҙерләй – сатыр ҡора.


Дауыт уларға былай ти: – Һеҙ, Леви ырыуының нәҫел башлыҡтары, үҙегеҙ ҙә, туғандарығыҙ ҙа пакланығыҙ һәм Исраил Аллаһы Раббының Килешеү һандығын мин әҙерләгән ергә килтерегеҙ;


Раббы һандығын уны ҡуйырға тип әҙерләнгән ергә килтерер өсөн Дауыт барлыҡ исраилдарҙы Йәрүсәлимгә йыя.


Тотош яндырыу ҡорбаны менән татыулыҡ ҡорбаны килтереү тамамланғас, Дауыт халыҡты Раббы исеме менән фатихалай


Шулай итеп, Левиҙең улдары: Гершон, Ҡыһаҫ һәм Мерари.


Ә Ҡыръяҫ-Еғаримдан Дауыт килтерткән Алла һандығы ул Йәрүсәлимдә ҡорҙортҡан сатырҙа торған була.


Ҡорбан килтереүсе, Раббыға ут ҡорбаны булараҡ, татыулыҡ ҡорбанының арҡа һөйәгенә ҡәҙәр һылып алынған ҡойроҡ майын, эсәк-ҡарынын ҡаплаған һәм эсәк-ҡарыны янындағы бөтә майҙы, ике бөйөрөн, бөйөр өҫтөндәге һәм билендәге майҙарын һәм бауыр аҫтындағы өлөшөн бөйөрҙәре менән бергә айырып алһын.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ