Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




І Йылъяҙма 15:26 - Изге Яҙма

26 Раббының Килешеү һандығын күтәреп барған левиҙәргә Алла Үҙе ярҙам иткәнгә күрә, улар ете үгеҙ башмаҡ менән ете һарыҡ тәкәһе ҡорбан итә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




І Йылъяҙма 15:26
12 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Раббы һандығын күтәреп барыусылар алты аҙым яһағас, Дауыт бер үгеҙ һәм һимертелгән бер башмаҡ ҡорбан итте.


Мин кем дә минең халҡым кем? Шундай бүләктәр иғәнә итергә беҙҙең үҙебеҙҙең мөмкинлегебеҙ булыр инеме? Бөтә нәмә Һинән килә, Һинең ҡулыңдан алғанды беҙ Һиңә кире килтерҙек.


Инде ете үгеҙ, ете һарыҡ тәкәһе алығыҙ ҙа, ҡолом Әйүп янына барып, үҙегеҙ өсөн тотош яндырыу ҡорбаны салығыҙ. Ҡолом Әйүп һеҙҙең хаҡҡа доға ҡылһын. Мин, уның доғаһын ҡабул итеп, ахмаҡлығығыҙ өсөн, Минең турала ҡолом Әйүп кеүек дөрөҫ һөйләмәгәнегеҙ өсөн, һеҙгә тейешле язаны бирмәм.


Байрам ваҡытында ете көн буйы ул һәр көн, Раббыға тотош яндырыу ҡорбаны булараҡ, кәмселекһеҙ ете үгеҙ башмаҡ менән ете һарыҡ тәкәһе, гонаһ ҡорбаны булараҡ, бер кәзә тәкәһе килтерһен.


Билғам Балаҡҡа былай тине: – Ошонда миңә ете ҡорбан усағы ҡор, ете башмаҡ менән ете һарыҡ тәкәһе әҙерлә.


Етенсе көндө ете үгеҙ башмаҡ, ике һарыҡ тәкәһе һәм бер йәшлек ун дүрт тәкә бәрәс килтерегеҙ. Малдың кәмселекһеҙ булыуы шарт.


Ләкин Алланың ярҙамы менән мин бөгөнгө көнгәсә ныҡ торам, олоһонан кесеһенәсә шаһитлыҡ бирәм. Мин пәйғәмбәрҙәр һәм Муса, киләсәктә буласаҡ, тип алдан әйткән хәлдәрҙән тыш бер нәмә лә һөйләмәйем.


Берәүҙәргә беҙ – һәләкәткә илтеүсе үлем еҫе, ә икенселәргә – тереклек биреүсе йәшәүҙең хуш еҫе. Бындай эшкә кем һәләтле һуң?


Үҙебеҙ шулай шәп булғанға һәләт үҙенән-үҙе килмәй беҙгә, һәләтебеҙ – Алланан.


Шемуил бер таш алды, уны Миспа менән Шен араһына ҡуйҙы ла: – Раббы ошонда тиклем беҙгә ярҙам итте, – тине. Ул был ташты Әвән-Ғезәр тип атаны.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ