24 Шеванъяһ, Йошафат, Неҫанил, Ғамасай, Зәкәрьяһ, Бенаяһ һәм Әлиғәзәр ҡаһиндар Алла һандығы алдынан борғолар ҡысҡыртып бара. Ғовед-Эдом менән Йехияһ та һандыҡ янында һаҡсы була.
Раббы һандығын үҙенә, Дауыт ҡалаһына, алып ҡайтырға баҙнат итмәне, барған юлынан боролоп, уны Ғаҫ кешеһе Ғовед-Эдомдың йортона ҡуйҙы.
Шулай уҡ башҡа ҡәрҙәштәрен – Зәкәрьяһты, Бенде, Яғазиилды, Шемирамоҫты, Йехиилды, Ғунниҙы, Әлиавты, Бенаяһты, Мағасеяһты, Маттиҫъяһты, Әлифлеһуҙы, Миҡнияһты һәм ҡапҡа һаҡсылары Ғовед-Эдом менән Йеғиилды уларға ярҙамға ҡуя.
Бәрәхъяһ менән Әлҡана Алла һандығы янында һаҡсы була.
Бына шулай бөтә Исраил халҡы шау-гөр килеп, тәкә мөгөҙө, борғолар, һуҡма тәрилкәләр тауышы аҫтында, лира һәм арфалар уйнатып, Раббының Килешеү һандығын алып ҡайта.
Ҡаһиндар Бенаяһ менән Яхазиил Алланың Килешеү һандығы янында көн һайын борғо ҡысҡыртырға тейеш була.
Ғовед-Эдомдың улдары: баш балаһы – Шемағъяһ, икенсеһе – Йеһозавад, өсөнсөһө – Йоах, дүртенсеһе – Сахар, бишенсеһе – Неҫанил,
Ул көндө бөйөк борғо ҡысҡыртылыр; Ашшур ерендә аҙашып йөрөгәндәр, Мысырға һөрөлгәндәр, ҡайтып, Йәрүсәлимдәге изге тауҙа Раббыға сәждә ҡылыр.
Мөгөҙ ҡысҡыртығыҙ Сионда, Изге тауымда хәүеф иғлан итегеҙ. Илдә йәшәгән һәр кем тетрәнһен! Сөнки Раббы көнө килә, ул бик яҡын.
Борғо ҡысҡыртығыҙ Сионда, Изге ураҙа иғлан итегеҙ, йыйын саҡырығыҙ!
Борғоларҙы Һарун нәҫеленән булған ҡаһиндар ҡысҡыртһын: был һеҙҙең өсөн быуындан-быуынға мәңгелек ҡағиҙә булһын.