22 Левиҙәрҙең йыр буйынса башлығы Кенанъяһ, йырға оҫта булғанлыҡтан, йыр өсөн яуаплы була.
Дауыт левиҙәрҙең башлыҡтарына туғандары араһынан йырсылар билдәләп, уларға лира, арфа, һуҡма тәрилкә кеүек уйын ҡоралдары тоттороп, шатлыҡ йырҙары йырлап барырға ҡуша.
Маттиҫъяһ, Әлифлеһу, Миҡнияһ, Ғовед-Эдом, Йеғиил һәм Ғазазъяһ һигеҙ ҡыллы уйын ҡоралдарында уйнай башлай.
Бәрәхъяһ менән Әлҡана Алла һандығы янында һаҡсы була.
Дауыт та, һандыҡты күтәреп барған левиҙәр, йырсылар ҙа, йырсыларҙың башлығы Кенанъяһ та йоҡа етендән тегелгән кейемдәрҙә була. Дауыт өҫтөнә етен эфод кейгән була.