2 Шунан Дауыт былай ти: – Алла һандығын левиҙәрҙән башҡа бер кем дә йөрөтөргә тейеш түгел, сөнки уларҙы Алла һандығын йөрөтһөндәр һәм Үҙенә мәңге хеҙмәт итһендәр тип Раббы һайлаған.
Раббы һандығын күтәреп барыусылар алты аҙым яһағас, Дауыт бер үгеҙ һәм һимертелгән бер башмаҡ ҡорбан итте.
Үҙҙәрен Раббыға бағышлаған һәм халыҡҡа ғилем биргән левиҙәргә былай ти: – Изге һандыҡты Исраил батшаһы Дауыттың улы Сөләймән төҙөгән ҡорамға ҡуйығыҙ. Бынан ары һеҙгә уны күсереп йөрөтөүҙең хәжәте юҡ. Хәҙер Аллағыҙ Раббыға һәм Уның халҡы Исраилға хеҙмәт итегеҙ.
һәм, һандыҡты ҡолғаға ултыртып йөрөтөр өсөн, уларҙы һандыҡтың ике яғындағы дүңгәләктәргә кейҙер.
Уларҙың араһынан ҡайһы берҙәрен ҡаһин һәм леви итеп алырмын», – ти Раббы.
– Леви ырыуын килтер ҙә Һарун ҡаһин алдына баҫтыр – уға ярҙам итһендәр.
Левиҙәрҙе Һарун менән уның улдары ҡарамағына бир – улар бөтә исраилдар араһынан тулыһынса Һарундың ҡул аҫтында булһын.
Ҡыһаҫ тоҡомона иһә Муса ылау ҙа, үгеҙ ҙә бирмәне, сөнки уларҙың вазифаһы иңдәрендә күтәреп йөрөткән мөҡәддәс әйберҙәр менән бәйле ине.
Ошо ваҡытта Раббы Үҙенең Килешеү һандығын күтәреп йөрөтһөндәр, ҡаршыһында Үҙенә хеҙмәт итһендәр һәм Уның исеме менән фатиха бирһендәр өсөн Леви ырыуын айырып алды. Был әлеге көндә лә шулай дауам итә.
Муса, был ҡанунды яҙып, Раббының Килешеү һандығын күтәреп йөрөтөүсе Леви ырыуынан булған ҡаһиндарға һәм Исраил аҡһаҡалдарына бирҙе.
һәм халыҡҡа ошондай бойороҡ еткерҙе: – Леви нәҫеленән булған ҡаһиндарҙың Аллағыҙ Раббының Килешеү һандығын күтәреп алып китеүен күреү менән, улар артынан эйәрегеҙ.
Халыҡҡа иһә: – Барығыҙ, ҡаланы урап сығығыҙ. Ҡораллы яугирҙәр Раббының Килешеү һандығы алдынан барһын, – тине.