Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




І Йылъяҙма 15:14 - Изге Яҙма

14 Исраил Аллаһы Раббының һандығын күтәреп килтерер өсөн ҡаһиндар менән левиҙәр үҙҙәрен паклай.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




І Йылъяҙма 15:14
8 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Дауыт уларға былай ти: – Һеҙ, Леви ырыуының нәҫел башлыҡтары, үҙегеҙ ҙә, туғандарығыҙ ҙа пакланығыҙ һәм Исраил Аллаһы Раббының Килешеү һандығын мин әҙерләгән ергә килтерегеҙ;


Левиҙәр, Раббы һүҙе буйынса Муса ҡушып ҡалдырғанса, Алла һандығын һайғауҙар менән яурындарына һалып, юлға сыға.


Улар ағай-энеһен йыйып ала, паклана һәм, батша бойороғо буйынса, Раббы күрһәтмәһенә ярашлы, Раббы ҡорамын пакларға китә.


Әммә ҡаһиндар аҙ һанлы булған өсөн, улар тотош яндырыу ҡорбанына тәғәйенләнгән малдарҙың бөтәһенең дә тиреһен тунап өлгөртә алмай. Шуға күрә уларҙың туғандары левиҙәр, башҡа ҡаһиндар үҙҙәрен изгеләндергәнсе һәм эш бөткәнгә тиклем, уларға ярҙамлаша. Левиҙәр ҡаһиндарға ҡарағанда үҙҙәрен изгеләндереүгә етдирәк мөнәсәбәттә була.


Изге йортҡа ингәнгә тиклем ҡаһиндарҙың барыһы ла, ниндәй төркөмгә инеүҙәренә ҡарамаҫтан, үҙҙәрен паклаған була. Бына улар сыға,


Ҡаһиндар һәм левиҙәр таҙарынды, һуңынан халыҡты, ҡапҡаларҙы, диуарҙы таҙарындырҙы.


Муса Һарунға: – Раббының: «Миңә яҡындар аша мөҡәддәслегемде күрһәтермен, Бөтөн халыҡ алдында дан ҡаҙанырмын», – тип әйткәне ошолор, – тине. Һарун өндәшмәне.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ