3 Шунан Аллабыҙ һандығын үҙебеҙгә күсереп алайыҡ, Шаул заманында беҙ уға иғтибар бирмәнек бит.
йыйылған исраилдарҙың бөтәһенә былай тип өндәшә: – Теләһәгеҙ, Аллабыҙ Раббы ихтыяр ҡылһа, бөтә Исраил еренә барлыҡ туғандарыбыҙҙы, шулай уҡ ҡаһиндарҙы, левиҙәрҙе ошонда йыйылырға саҡырып, уларҙың ҡалаларына һәм ауылдарына хәбәр ебәрәйек.
Бар йыйын: «Әйҙә шулай булһын», – тип хуплай, сөнки был ғәмәл бар халыҡҡа дөрөҫ булып тойола.
сөнки теге юлы һеҙ быны эшләмәгән өсөн, беҙ Унан нисек булырға тейешен һорамаған өсөн Аллабыҙ Раббы беҙгә ҡаты асыуланды.
Шаул Ахияһҡа: – Алланың һандығын килтер, – тине. Ул сағында Изге һандыҡ исраилдарҙа ине.
Шунан Шаул: – Әйҙәгеҙ, бөгөн төндә пелештиҙәр артынан төшәйек, – тине. – Таң атҡансы уларҙы талайыҡ, бер кешеләрен дә ҡалдырмайыҡ. – Үҙең нисек ҡулай күрәһең, шулай эшлә, – тине халыҡ. Әммә ҡаһин: – Алланан кәңәш һорайыҡ, – тине.
Ахимәләх Дауыт тураһында һорап Аллаға мөрәжәғәт итте. Уға ашарға ризыҡ, пелешти Голиаҫтың ҡылысын бирҙе.
Мин Дауыт өсөн Аллаға ул көндө генә мөрәжәғәт итә башланыммы ни? Юҡ бит! Батшам мин ҡолоңдо һәм атам нәҫелен ғәйепләмәһен. Сөнки мин ҡолоң был хаҡта, оломо был, әллә бәләкәйме, бер нәмә лә белмәйем.
Дауыт Раббынан: – Барайыммы? Мин ул пелештиҙәрҙе ҡыйрата алырмынмы? – тип һораны. Раббы: – Бар, пелештиҙәр менән һуғышып, Ҡығиланы ҡотҡар, – тине.