22 Шулай итеп, Дауытҡа ярҙамға көн-төн кеше ағыла, шунлыҡтан уның ғәскәре Алла ғәскәре кеүек осһоҙ-ҡырыйһыҙға әүерелә.
Яҡуп, уларҙы күргәс: – Алла тупламылыр был, – тине лә был урынды Маханаим тип атаны.
Шаулдың нәҫел-нәсәбе менән Дауыт нәҫеле араһындағы талаш-тартыш бик оҙаҡҡа һуҙылды. Дауыт көсәйгәндән-көсәйә барҙы, ә Шаул нәҫеле хәлһеҙләнде.
Иманлылар юлынан тайпылмаҫ; Ҡулы пак булғандарҙың ҡеүәте артыр.
Барса фәрештәләре, Уны маҡтағыҙ, Данлағыҙ Уны, бөтә ғәскәре!
Бер көндө Йушағ Йерихо ҡалаһы эргәһендә үҙ алдында ҡулына ҡынынан сығарылған ҡылыс тотҡан кешене күрҙе. – Беҙҙекеме һин, әллә дошманмы? – тип һораны Йушағ уның эргәһенә барып.
– Һеҙҙеке лә, дошман да түгел, – тип яуапланы теге кеше. – Мин – Раббы ғәскәренең башлығымын. Бына, килдем. Йушағ уның алдына йөҙтүбән ҡапланып: – Хакимым мин ҡолона нимә әйтер? – тип һораны.
Яныңдағы ҡасандыр хакимыңа хеҙмәт иткән башҡа кешеләрең менән бергә таңдан тороғоҙ ҙа, яҡтырыр-яҡтырмаҫтан ҡуҙғалығыҙ.
Өсөнсө көндө Дауыт менән кешеләре ҡайтып етте. Ул арала ғәмәлектәр Негевҡа һәм Сиҡлағҡа баҫҡынсылыҡ иткән. Ҡаланы үртәгәндәр,