8 Дауыт, Миллонан башлап ҡәлғә тирәләй төҙөлгән диуарға тиклем, бөтә ҡаланы төҙөкләндереп сыға. Ҡаланың ҡалған өлөшөн Йоав аяҡҡа баҫтыра.
Яровғамдың батшаға ҡаршы фетнә күтәреүенең сәбәбе былай: Сөләймән Миллоны төҙөтөп, атаһы Дауыт ҡалаһында диуарҙағы ярыҡтарҙы төҙәттергән саҡ ине.
Сөләймән Раббы ҡорамын, үҙенең һарайын, шулай уҡ Миллоны – Йәрүсәлим диуарын, Хасорҙы, Мегиддоны һәм Гәзәрҙе төҙөү өсөн халыҡты мәжбүри эшкә йәлеп итте.
Йоаш батшаның ярандары уға ҡаршы мәкер ҡорҙо. Уларҙың икеһе – Йозакар Шимғаҫ улы менән Йозавад Шомер улы – Силлаға барған юлда, Бейт-Миллола батшаны үлтерҙе. Йоаш Дауыт ҡалаһында, аталары янына ерләнде. Урынына улы Амасъяһ тәхеткә ултырҙы.
Дауыт нығытмаға инеп урынлаша, шуға күрә уны Дауыт ҡалаһы тип атайҙар.
Дауыттың ҡеүәте арта бара, абруйы күтәрелә, сөнки Күк ғәскәрҙәре Аллаһы Раббы уның менән була.
Үҙенең ағай-энеләре менән Самарияның ғәскәре алдында: – Ни эшләйҙәр был меҫкен йәһүдтәр? Диуарҙы тулыһынса аяҡҡа баҫтырмаҡсылармы? Ҡорбандарын килтерә башларҙармы? Бер көн эсендә тамамламаҡсылармы? Тупраҡ өйөмө араһындағы янып ҡарайған таштарға йән индерерҙәрме? – тине.
Әгәр ҙә юҡ икән, Авимәләхтән ут сыҡһын да Шәхәм һәм Бейт-Милло халҡын ялмап йотһон. Шәхәм һәм Бейт-Милло халҡынан ут сыҡһын да Авимәләхте ялмап йотһон.
Бөтә Шәхәм һәм Бейт-Милло халҡы, йыйылышып, Шәхәмдәге таш бағана эргәһендәге имән төбөндә Авимәләхте батша тип иғлан итте.