24 Бына ниндәй батырлыҡтар күрһәтә Йеһоядағ улы Бенаяһ. Ул теге өс батыр кеүек маҡтаулы була.
Йеһоядағ улы Бенаяһ – керетиҙәр менән пелеҫиҙәр өҫтөнән башлыҡ, ә Дауыт улдары ҡаһиндар булды.
Бенаяһ йәнә буйы биш терһәк булған бер Мысыр кешеһен үлтерә. Ул мысырлының ҡулында туҡыу ыҫтанының арҡыры таяғы һымаҡ оҙон һөңгө була, ә Бенаяһ уға ҡаршы таяҡ менән бара. Мысыр кешеһенең ҡулынан һөңгөһөн тартып алып, үҙ ҡоралы менән уның йәнен ҡыя.
Утыҙ ҡаһарман араһында айырылып торһа ла, теге өсәү иҫәбенә инмәй. Дауыт Бенаяһты йәнһаҡсыларының башлығы итеп тәғәйенләй.
Ҡиш улы Шаулдан Сиҡлағҡа килеп йәшенгән Дауытҡа ҡушылып, яу барышында уға ҙур ярҙамы тейгән батырҙар ошонда һанала.
ҡаһарман егет Садоҡ һәм уның нәҫеленән егерме ике башлыҡ;