Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




І Йылъяҙма 11:22 - Изге Яҙма

22 Ҡавсеилдан Йеһоядағ улы Бенаяһ хәтәр эштәр башҡарған ғәййәр батыр була. Ул арыҫлан йөрәкле ике Моав егетенең йәнен ҡыя. Ҡарлы көндә һыу йыя торған соҡорға төшөп, бер арыҫланды үлтерә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




І Йылъяҙма 11:22
15 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шаул менән Йонаҫан ниндәй һөйкөмлө, ғәзиз, Йәшәүҙә лә, үлемдә лә айырылмаҫ булды улар. Бөркөттән дә етеҙ булдылар, Арыҫландан көслө булдылар.


Йоав бөтә Исраил ғәскәренең башлығы ине. Йеһоядағ улы Бенаяһ керетиҙәр менән пелеҫиҙәргә етәкселек итте.


Йеһоядағ улы Бенаяһ – керетиҙәр менән пелеҫиҙәр өҫтөнән башлыҡ, ә Дауыт улдары ҡаһиндар булды.


Садоҡ ҡаһин, Наҫан пәйғәмбәр, Йеһоядағ улы Бенаяһ, керетиҙәр менән пелеҫиҙәр барып Сөләймәнде батшаның ҡасырына мендерҙеләр ҙә Гихон шишмәһенә алып килделәр.


Әммә Садоҡ ҡаһин, Йеһоядағ улы Бенаяһ, Наҫан пәйғәмбәр, Шимғи, Реғи һәм Дауыттың йәнһаҡсылары Адонияһ яғына сыҡманы.


Бенаяһ Раббының Изге сатырына барып Йоавҡа: – Батша һиңә бынан сығырға бойорҙо, – тине. – Юҡ, мин ошонда үләм, – тип ҡаршылашты Йоав. Бенаяһ кире барып батшаға Йоавтың яуабын еткерҙе.


Ул утыҙ батыр араһында иң арҙаҡлыһы була, уларҙың башлығы була, әммә өс юғары хәрби түрә иҫәбенә инмәй.


ҡаһарман егет Садоҡ һәм уның нәҫеленән егерме ике башлыҡ;


Дауыт сүлдәге нығытмаһында торғанда, ҡалҡан һәм һөңгө менән эш итеүҙә оҫта булған тәжрибәле ғад ҡаһармандары уның яғына сыға; уларҙың йөҙө арыҫландыҡы кеүек, ә үҙҙәре тауҙағы ғәзәлдәй етеҙ була.


Негевта, Эдом сигендә Йәһүҙә ырыуына түбәндәге ҡала-ауылдар ҡарай: Ҡавсеил, Ғедәр, Ягур,


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ