Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




І Йылъяҙма 11:2 - Изге Яҙма

2 Элек, батшабыҙ Шаул булған саҡта уҡ, Исраилды һин һуғышҡа алып инә, алып сыға торғайның. Аллаң Раббы һиңә: «Халҡым Исраилға көтөүсе булырһың, Исраилға һин идара итерһең», – тине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




І Йылъяҙма 11:2
16 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Элек, батшабыҙ Шаул булған саҡта уҡ, Исраилды һин һуғышҡа алып инә, алып сыға торғайның. Раббы һиңә: «Халҡым Исраилға көтөүсе булырһың, Исраилға һин идара итерһең», – тине.


Исраил халҡы менән ҡайҙа ғына йөрөһәм дә, халҡым Исраилға көтөүсе булһын өсөн Үҙем тәғәйенләп ҡуйған ырыу башлыҡтарының берәйһенән: „Ниңә Миңә кедр ағасынан йорт һалып бирмәйһегеҙ?“ – тип берәй һүҙ әйткәнем булдымы?»


Яровғамға ҡайтып әйт, Исраил Аллаһы Раббы былай ти: «Мин һине халыҡ араһынан айырып алып, халҡым Исраилға етәксе итеп ҡуйҙым.


Шуға күрә миңә яҡшы менән яманды айырырлыҡ, халҡыңа ғәҙел хөкөм ҡылырлыҡ аҡыл бирһәң ине. Юғиһә Һинең ошо тиклем күмәк халҡыңа идара итеү кемдең ҡулынан килһен?


Ул, көтөүсе һымаҡ, көтөүен көтөр; Бәрәстәрен, ҡулға алып, ҡуйынында йөрөтөр, Имеҙгән һарыҡтарҙы хәстәрләп әйҙәр.


Бына Мин Дауытты ҡәүемдәргә – шаһит, Халыҡтарға юлбашсы һәм хаким итәм.


Мин һеҙгә күңелем ятҡан көтөүселәрҙе бирермен, улар һеҙҙе зирәклек һәм аҡыл менән көтөр.


Эй һин, Әфраҫалағы Бейт-Ләхәм, Йәһүҙә нәҫелдәренең иң бәләкәсе булһаң да, Минең ихтыярым буйынса, Исраилға юлбашсы буласаҡ зат һинән сығыр. Уның тамыры әүәлдән, борон-борондан уҡ килә.


Шул саҡ Раббының ҡөҙрәте менән, Аллаһы Раббының данлы исеменә сорналып көтөүсе килер, Исраил халҡы хәүеф-хәтәрһеҙ йәшәр, Сөнки ул заттың даны бөтә донъяға таралыр.


халыҡтың алдына сығырлыҡ, халыҡҡа үтеп инерлек, халыҡты алып сығырлыҡ һәм халыҡты әйҙәп алып барып еткерерлек булһын, Раббы йәмғиәте көтөүсеһеҙ ҡалған һарыҡ көтөүеләй булмаһын ине.


«Эй Йәһүҙәләге Бейт-Ләхәм, һин Йәһүҙә хакимдары араһында һис тә иң бәләкәсе түгел, сөнки һинән Юлбашсы сығасаҡ. Ул Минең халҡым Исраилдың Көтөүсеһе буласаҡ».


Үҙенең бөтә һарыҡтарын алып сыҡҡас, алдан атлай, һарыҡтары артынан эйәреп бара, сөнки уның тауышын таныйҙар.


Раббы Шемуилға: – Һин ҡасанға тиклем Шаул өсөн көймәксеһең? Мин унан баш тарттым – ул Исраилға башҡаса батша булмаясаҡ. Мөгөҙгә зәйтүн майы тултыр ҙа юлға сыҡ. Мин һине Бейт-Ләхәмдә йәшәгән Ишай тигән кешегә ебәрәм: уның улдарының береһен батша итеп күҙләнем, – тине.


Шемуил, зәйтүн майы һалынған мөгөҙөн алып, уны ағалары алдында мәсехләне. Ошо көндән башлап Дауытты Раббы рухы солғап алды. Ә Шемуил Рамаға ҡайтып китте.


Шуға күрә Шаул Дауытты үҙенән йыраҡлаштырҙы. Уны мең башы итеп ҡуйҙы. Дауыт гел ғәскәрҙәрҙе һуғыштарға алып йөрөнө.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ