18 Шунан һуң ошо өсәү, пелештиҙәр тупламы аша һуғышып үтеп, Бейт-Ләхәм ҡапҡаһы янындағы ҡоҙоҡтан Дауытҡа һыу алып килә. Әммә Дауыт ул һыуҙы эсергә теләмәй, Раббы ризалығына тип ергә түгә.
Шунан һуң ошо өс батыр, пелештиҙәр тупламы аша һуғышып үтеп, Бейт-Ләхәм ҡапҡаһы янындағы ҡоҙоҡтан Дауытҡа һыу алып килде. Әммә Дауыт ул һыуҙы эсергә теләмәне, Раббы ризалығына тип ергә түкте.
Шунда Дауыт бик ныҡ сарсап: – Берәйһе миңә Бейт-Ләхәм ҡапҡаһы янындағы ҡоҙоҡтан һыу алып килһә ине! – ти.
Шунан ул былай ти: – Аллам һаҡлаһын был һыуҙы эсеүҙән! Ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып йөрөгән кешеләрҙең ҡаны бит был! Эсмәй Дауыт һыуҙы. Бына ниндәй ҡаһарманлыҡтар күрһәтә ул өс батыр!
Мөһөрҙәй баҫ мине йөрәгеңә, Ҡулыңдағы йөҙөк ише һаҡла. Сөнки һөйөү үлемдәй ҡөҙрәтле, Көнсөллөк үлеләр донъяһы һымаҡ аяуһыҙ. Уның уғы – дөрләп янған ялҡын!
Ләкин мин үҙ тормошомдоң ҡәҙере өсөн ҡайғырмайым, тик хеҙмәтемде һәм Раббы Ғайсанан ҡабул итеп алған эште – Алланың мәрхәмәте тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе иғлан итеү вазифаһын теүәлләп ҡуйырға теләйем.
Әммә ул: – Һеҙ нимә эшләйһегеҙ? Ниңә илап, йөрәгемде телгеләйһегеҙ? Мин Раббы Ғайса исеме хаҡына Йәрүсәлимдә тотҡон булырға ғына түгел, үлергә лә әҙермен, – тип яуап бирҙе.
Үҙ ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып, пелештиҙе үлтерҙе. Раббы бөтә Исраилға бөйөк еңеү бирҙе. Быны һин үҙең дә күреп торҙоң, ҡыуандың. Шулай булғас, ниңә ғәйепһеҙгә ҡан түгергә, Дауытты бер сәбәпһеҙ үлтереп гонаһ ҡылырға уйлайһың?
Исраилдар Миспала йыйылды, һыу алып, Раббы хозурында түкте һәм ул көндө ураҙа тотоп: – Беҙ Раббыға ҡаршы гонаһ ҡылдыҡ, – тине. Шемуил Миспала Исраилдың хакимы булды.