17 Шунда Дауыт бик ныҡ сарсап: – Берәйһе миңә Бейт-Ләхәм ҡапҡаһы янындағы ҡоҙоҡтан һыу алып килһә ине! – ти.
Дауыт – нығытма эсендә, ә пелештиҙәрҙең һаҡсы ғәскәре Бейт-Ләхәмдә була.
Шунан һуң ошо өсәү, пелештиҙәр тупламы аша һуғышып үтеп, Бейт-Ләхәм ҡапҡаһы янындағы ҡоҙоҡтан Дауытҡа һыу алып килә. Әммә Дауыт ул һыуҙы эсергә теләмәй, Раббы ризалығына тип ергә түгә.
Йәшнәт йәшенеңде, дошмандарҙы тарат; Уҡтарыңды яуҙыр, туҙҙырып ташла уларҙы.
Мин иһә исемеңә мәңгелек дан йырлармын, Көндән көнгә нәҙерҙәремде үтәрмен.
Йырсылар етәксеһенә: Дауыттың мәҙхиәһе.
Ҡыуанышып, ҡотолоу шишмәләренән һыу алырһығыҙ.
Ғайса: – Әгәр ҙә һин Алла бүләгенең нимә икәнен һәм үҙеңдән: «Миңә эсергә һыу бир әле», – тип һораусының кем икәнлеген белһәң, үҙең Унан һорар инең һәм Ул һиңә тере һыу бирер ине, – тип яуапланы.
ә Мин биргән һыуҙы эскән кеше бер ҡасан да һыуһамаҫ. Мин биргән һыу ул кешелә мәңгелек тормошҡа аға торған шишмәгә әүереләсәк.