7 Үҙән буйында йәшәгән исраилдар, үҙ ғәскәрҙәренең ҡасҡанын, Шаулдың һәм уландарының үлгәнен күреп, ҡалаларын ташлап ҡаса. Ә пелештиҙәр уларға килеп урынлаша.
Шулай итеп, Шаул, өс улы, бөтә нәҫеле бергә һәләк була.
Иртәгәһенә, һәләк булғандарҙы таларға килгән пелештиҙәр, Гилбоағ тауында Шаул менән уның улдарының мәйетен табып ала.
Ҡалаларығыҙҙы хараба итермен, табыныу урындарығыҙҙы бушлыҡҡа әйләндерермен, Миңә хуш еҫ өсөн килтергән ҡорбандарығыҙҙы ҡабул итмәм.
Дошман ерендә иҫән ҡалғандарығыҙҙың йөрәгенә шом һалырмын. Улар һелкенгән япраҡ тауышынан да өркөп, ҡылыстан ҡурҡҡандай ҡасырҙар, бер кем баҫтырмағанда ла йығылырҙар.
Һеҙҙе бөтөнләй белмәгән халыҡтар тупрағығыҙҙың уңышын, хеҙмәтегеҙҙең емешен ашар, ә һеҙ ғүмерегеҙҙе йәбер-яфала үткәрерһегеҙ.
Арағыҙҙа йәшәгән килмешәктәр һеҙҙән торған һайын өҫтөнөрәк була барыр, ә һеҙ түбәнәйгәндән түбәнәйерһегеҙ.
Мидйәндәрҙең йәбер-золомо арҡаһында Исраил халҡы ҡаялар араһында, мәмерйәләрҙә һәм нығытмалы урындарҙа йәшенеп йөрөнө.
Ҡамауҙа ҡалған исраилдар, үҙҙәренә ҡурҡыныс янағанын күреп, мәмерйәләрҙә, шырлыҡтарҙа, ҡаяларҙа, ер ҡыуышлыҡтарында һәм һыу һаҡлай торған соҡорҙарҙа йәшенә башланы.
Үҙәнлектең икенсе яғында һәм Иордан аръяғында йәшәгән исраилдар, Исраил ғәскәренең ҡасҡанын, Шаулдың һәм уландарының үлгәнен күреп, ҡалаларын ташлап ҡасты. Ә пелештиҙәр уларға барып урынлашты.