32 Ибраһимдың Ҡытура исемле йәриәһе Зимран, Йоҡшан, Медан, Мидйән, Йишбаҡ, Шуах исемле улдар табып бирә. Йоҡшандың улдары: Шева менән Дедан.
Мидйән сауҙагәрҙәре яҡыныраҡ килгәс, Йософто һыу соҡоронан сығарҙылар ҙа егерме шекел көмөшкә исмәғилдәргә һатып ебәрҙеләр. Улар иһә Йософто Мысырға алып китте.
Шева батшабикәһе Сөләймәндең Раббы исеме арҡаһында ҡаҙанған шөһрәте тураһында ишетеп, уны табышмаҡтар менән һынарға килде.
Йетур, Нафиш һәм Ҡыдма. Былар – Исмәғилдең улдары.
Мидйәндең улдары: Ғефа, Ғефәр, Ханох, Авидағ һәм Әлдаға. Улар барыһы ла Ҡытураның нәҫелдәре була.
Тема каруансылары һыу эҙләр, Шеванан килгән сауҙагәрҙәр өмөтөн бағлар.
Шуға күрә халҡым уларға эйәрә, Һөйләгәндәрен һыу һымаҡ йота.
Әгәр ҙә шулай уйлаһам, Һинең балаларыңа хыянат иткән булыр инем.
Ғәрәбстан тураһында әүлиәлек. Ғәрәп шырлыҡтарында ҡунығыҙ, Эй Дедан каруандары!
Дөйә көтөүҙәре, Мидйән менән Ғефаның йәш дөйәләре Ерҙәреңә килеп тулыр. Бөтә Шева халҡы килер, Алтын һәм ладан килтерер, Раббыға маҡтау яуҙырыр.
Деданға, Темаға, Бузға һәм сикә сәстәрен ҡырып йөрөгән бөтә халыҡтарға;
Дедан халҡы, борол да ҡас! Йәшенә һал! Сөнки Ғаяз нәҫеленә яза бирер ваҡыт етте – Уның өҫтөнә афәт ебәрәм.
Шуға күрә, – ти Раббы Хаким, – Мин дә ҡулымды Эдомға ҡаршы күтәрәсәкмен, кешеләрен дә, малдарын да юҡ итәсәкмен, илде бушлыҡҡа әйләндерәсәкмен. Темандан алып Деданға тиклем эдомдар ҡылыстан ҡырыласаҡ.
Дедан һинең тауарҙарың өсөн Эйәр япмалары бирҙе.
Бына Муса менән бөтә Исраил йәмғиәте Осрашыу сатыры алдында ҡайғыға батып илашҡан ваҡытта, исраилдарҙан берәү үҙенең туғандары эргәһенә мидйән ҡатынын алып ҡайтты.
– Исраилдар өсөн Мидйән халҡынан үс ал. Һуңынан ата-бабаларың менән ҡауышасаҡһың.