3 Бер көндө Шаулдың атаһы Ҡиштың инә ишәктәре юғалды. Ҡиш улы Шаулға: – Хеҙмәтселәрҙең берәйһен ал да ишәктәрҙе эҙләп алып ҡайт, – тине.
Уның утыҙ улы булып, утыҙы ла ишәк менеп йөрөр ине. Улдарының утыҙ ҡалаһы була торғайны. Ғилғәд ерендәге был ҡалалар бөгөнгә тиклем Яир ауылдары тип атала.
Аҡ ишәктәргә атланып, Келәм өҫтөнә ултырып йөрөгәндәр, Юлдарҙан йәйәүләп барыусылар, Маҡтау йырлағыҙ!
Шаулдың атаһының туғаны унан һәм хеҙмәтсеһенән: – Ҡайҙарҙа йөрөнөгөҙ? – тип һораны. – Ишәктәрҙе эҙләнек, – тине Шаул. – Тапмағас, Шемуилға барҙыҡ.
Бөгөн, минән киткәндән һуң, Бинйәмин ерендәге Селсахта, Рәхилә ҡәбере эргәһендә, ике кешене осратырһың. Улар һиңә: «Эҙләп сыҡҡан ишәктәрең табылды. Атайың инде ишәктәрҙе уйламай, улыма ни булды икән, тип һинең өсөн хәүефләнә», – тип әйтер.
Ҡиштың Шаул исемле йәш, күркәм улы бар ине. Исраилдар араһында унан да матурырағы булмағандыр. Буйы һәр кешенән бер башҡа ҡалҡыуыраҡ ине.
Ә өс көн элек юғалған ишәктәрең өсөн борсолма, улар табылды. Исраилдың бөтөн өмөтө һиңә һәм һинең атайың ғаиләһенә йүнәлгән түгелме?
Шаул хеҙмәтсеһе менән Әфраим таулығын артылды, Шалиша ерен үтте, тапманы, Шағалим ерен уҙҙы – ишәктәр унда ла юҡ ине. Унан Бинйәмин еренә еттеләр – унда ла булманы.