27 Ҡала ситенә еткәс, Шемуил Шаулға: – Хеҙмәтсеңә әйт, беҙҙән алдараҡ атлаһын, – тине. Тегеһе алға киткәс: – Ә һин туҡта, – тип өндәште. – Һиңә Алланың һүҙен еткерәм.
Шунда Ишағыяһ былай тине: – Раббының әйткәненә ҡолаҡ һал.
Шемуил, май һауытын алып, Шаулдың башына зәйтүн майы ҡойҙо. Шунан Шаулды үбеп, былай тине: – Раббы һине Үҙенең биләмәһе булған Исраилға хаким итеп мәсехләй.
– Туҡтап тор, – тине Шемуил Шаулға. – Үткән төндә Раббының миңә нимәләр әйткәнен һөйләйем һиңә. – Һөйлә, – тине Шаул.
Икенсе көндө иртән иртүк торҙолар. Шемуил Шаулды өй башынан саҡырып: – Әйҙә тор, мин һине оҙатып ҡуяйым, – тине. Шаул Шемуил менән бергә тышҡа сыҡты.