26 Икенсе көндө иртән иртүк торҙолар. Шемуил Шаулды өй башынан саҡырып: – Әйҙә тор, мин һине оҙатып ҡуяйым, – тине. Шаул Шемуил менән бергә тышҡа сыҡты.
Лут ҡыҙҙарының кейәү буласаҡ егеттәренә барып әйтте: – Тиҙерәк был ҡаланан китегеҙ. Хәҙер Раббы уны һәләк итәсәк! Әммә егеттәр, Лут шаярталыр, тип уйланы.
Улар ҡаланан сығып алыҫ китеп тә өлгөрмәне, Йософ өйөндәге баш хеҙмәтсеһенә былай тине: – Тиҙ генә уларҙы ҡыуып ет! Ә ҡыуып еткәс: «Ниңә һеҙ яҡшылыҡҡа яуызлыҡ менән яуап бирҙегеҙ?
Бар, халыҡты изгеләндер. Уларға әйт: «Иртәгәһе көнгә һеҙ изгеләнергә тейешһегеҙ, сөнки Исраил Аллаһы Раббы былай ти: „Эй исраилдар, һеҙҙә юҡ ителергә тейешле әйберҙәр бар. Уларҙан арынмайынса, һеҙ дошмандарға ҡаршы тора алмаясаҡһығыҙ“.
Ул ҡатынға: – Тор, әйҙә китәйек, – тине. Ләкин яуап булманы. Ир уны ишәк өҫтөнә һалды ла ҡайтыр юлға сыҡты.
Табыныу ҡалҡыулығынан ҡалаға төшкәс, Шемуил Шаул менән өйөнөң башында һөйләште.
Ҡала ситенә еткәс, Шемуил Шаулға: – Хеҙмәтсеңә әйт, беҙҙән алдараҡ атлаһын, – тине. Тегеһе алға киткәс: – Ә һин туҡта, – тип өндәште. – Һиңә Алланың һүҙен еткерәм.