Ашнаҡсы, ботто ундағы бөтөн нәмәһе менән һайлап алып, Шаулдың алдына һалды. – Был өлөш һиңә тип ҡалдырылған, – тине Шемуил. – Алдыңа ал да аша. Уны һин тәғәйен ваҡытта мин саҡырған халыҡ менән бергә ашаһын өсөн һаҡлап ҡуйғанмын. Был көндө Шаул Шемуил менән бер табында ултырып ашаны.