20 Ә өс көн элек юғалған ишәктәрең өсөн борсолма, улар табылды. Исраилдың бөтөн өмөтө һиңә һәм һинең атайың ғаиләһенә йүнәлгән түгелме?
Тағы ла Аллам йортон яратҡанға күрә, Изге йортто төҙөү өсөн әҙерләгән әйберҙәргә өҫтәп, шәхси хазинамдан да алтын менән көмөш бирәм:
Ә минең йәнемде көҫәгәндәр Ер тәрәнлегенә төшөп юҡ булһындар!
Уйҙарығыҙҙы ерҙәге нәмәләргә түгел, ә күктәге нәмәләргә йүнәлтегеҙ,
– Ишәктәрҙең табылғанын әйтте, – тип яуапланы Шаул, ләкин Шемуилдың батшалыҡ тураһында һөйләгәндәрен өндәшмәне.
Шулай итеп, бына үҙегеҙ һайлаған, үҙегеҙ теләгән батша! Бына, Раббы һеҙҙең өҫтән батша ҡуйҙы.
Әммә Раббының һүҙенә ҡолаҡ һалмаһағыҙ, Уның бойороҡтарына ҡаршы килһәгеҙ, Раббы, ата-бабаларығыҙҙы язалаған кеүек, һеҙҙе лә язалар.
Үлеп барған сағында, эргәһендә торған ҡатындар уға: – Ҡурҡма, улың тыуҙы, – тинеләр. Ләкин ул иғтибар итмәне, яуап та бирмәне.
Халыҡ барыбер Шемуилдың әйткәндәрен тыңларға теләмәне. – Юҡ, беҙҙең өҫтән батша булһын, – тинеләр. –
Уға: – Һин инде олоғайҙың, – тинеләр. – Ә улдарың һинең юлыңдан йөрөмәй. Шуға күрә беҙҙең өҫтән башҡа халыҡтарҙа булған кеүек батша ҡуй, беҙгә ул идара итһен.
– Әүлиә мин булам, – тип яуапланы Шемуил Шаулға. – Әйҙә алдымдан атла, табыныу ҡалҡыулығына барайыҡ. Бөгөн һеҙ минең менән тәғәм ейерһегеҙ. Иртәгә китерһең. Күңелеңдәгенең барыһын да әйтеп оҙатырмын.
Бер көндө Шаулдың атаһы Ҡиштың инә ишәктәре юғалды. Ҡиш улы Шаулға: – Хеҙмәтселәрҙең берәйһен ал да ишәктәрҙе эҙләп алып ҡайт, – тине.