18 Шаул ҡапҡа эргәһендә торған Шемуил янына килеп: – Әүлиәнең өйө ҡайҙа икән, әйтмәҫһеңме? – тип һораны.
Шемуил Шаулды күргәс, Раббы уға: – Бына Мин һиңә әйткән кеше. Халҡыма ул идара итер, – тине.
– Әүлиә мин булам, – тип яуапланы Шемуил Шаулға. – Әйҙә алдымдан атла, табыныу ҡалҡыулығына барайыҡ. Бөгөн һеҙ минең менән тәғәм ейерһегеҙ. Иртәгә китерһең. Күңелеңдәгенең барыһын да әйтеп оҙатырмын.