11 Ҡалаға күтәрелгәндә, һыу алырға сыҡҡан ҡыҙҙарҙы осраттылар. Уларҙан: – Әүлиә бындамы? – тип һоранылар.
Барып еткәс, дөйәләрен ҡала янындағы ҡоҙоҡ эргәһендә туҡтатты. Эңер мәле, ҡатын-ҡыҙҙарҙың һыу алырға сыҡҡан ваҡыты ине.
Мосафир шулай тип доға ҡылып та бөтмәне, Ибраһимдың ҡустыһы Нахорҙың ҡатыны Милканан тыуған улы Беҫуилдың ҡыҙы Рабиға, яурынына көршәген ултыртып, килеп тә етте.
Улар: – Көтөүҙәрҙең барыһы ла йыйылып, ташты шыуҙырмайынса, ҡуҙғала алмайбыҙ. Шунда ғына беҙ һарыҡтарҙы һуғарабыҙ, – тип яуапланы.
Улар һөйләшкән арала атаһының ваҡ мал көтөүе менән Рәхилә лә килеп етте. Ул һарыҡ көтә ине.
Мидйән ҡаһинының ете ҡыҙы бар ине. Бына улар ҡоҙоҡтан һыу килеп алды ла тағараҡтарға тултырҙы – аталарының һарыҡ-кәзәләрен эсермәксе булды.
Эй залим, тәҡүәнең торлағы янында боҫҡон ҡорма, йортон уның туҙҙыраһы булма:
Ҡоҙоҡ янында һыу биреүселәр тауышы: Унда Раббының еңеүҙәре, Исраил башлыҡтары еңеүҙәре тураһында йырлайҙар. Шул саҡ Раббы халҡы ҡапҡаларға ынтылды.
Шаул хеҙмәтсеһенә: – Яҡшы, әйҙә барайыҡ, – тине. Улар Алла бәндәһе йәшәгән ҡалаға йүнәлделәр.