10 Шаул хеҙмәтсеһенә: – Яҡшы, әйҙә барайыҡ, – тине. Улар Алла бәндәһе йәшәгән ҡалаға йүнәлделәр.
Шаулдың атаһының туғаны унан һәм хеҙмәтсеһенән: – Ҡайҙарҙа йөрөнөгөҙ? – тип һораны. – Ишәктәрҙе эҙләнек, – тине Шаул. – Тапмағас, Шемуилға барҙыҡ.
Ҡалаға күтәрелгәндә, һыу алырға сыҡҡан ҡыҙҙарҙы осраттылар. Уларҙан: – Әүлиә бындамы? – тип һоранылар.
Борон Исраилда Алланан берәй нәмә һорарға уйлаған кеше: «Әйҙә, әүлиәгә барайыҡ», – тип әйтә торған булған, сөнки пәйғәмбәрҙе ул заманда «әүлиә» тип йөрөткәндәр.