1 Бинйәмин ырыуынан Ҡиш тигән бер арҙаҡлы кеше була торғайны. Атаһы Авиил, Авиилдың атаһы Серор, Серорҙың атаһы Бехораҫ, ә Бехораҫтыҡы – Афиах.
Барзиллай һикһәнен тултырған бик өлкән кеше ине. Батша Маханаимда саҡта Барзиллай уны аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеп торғайны, сөнки ул бик бай ине.
Ул осорҙа Шушандағы ҡәлғәлә Мордехай исемле бер йәһүд йәшәй ине. Ул, Бинйәмин ырыуынан булып, Ҡиштың улы Шимғиҙән тыуған Яирҙың улы.
Ул ете мең баш ваҡ малға, өс мең дөйәгә, биш йөҙ пар екке үгеҙгә, биш йөҙ инә ишәккә һәм бик күп хеҙмәтселәргә хужа булып, Шәреҡтә йәшәгәндәр араһында иң бөйөк кеше ине.
Шунан улар батша һораған, һәм Алла Бинйәмин нәҫеленән булған Ҡиш улы Шаулды биргән. Ул ҡырҡ йыл идара иткән.
Йүгереп барып Шаулды алып килделәр. Ул халыҡ араһына баҫты. Буйға бөтәһенән дә бер башҡа ҡалҡыуыраҡ ине.
Шаулдың атаһы Ҡиш менән Авнерҙың атаһы Нер – Авиилдың улдары.
Мағонда бер әҙәм бар ине. Биләмәһе Кармәлдә була торғайны. Үҙе бик бай: өс мең баш һарығы, мең баш кәзәһе бар. Ул осорҙа Кармәлдә һарыҡ йөнөн ҡырҡтыра ине.