9 Инде уларҙы тыңла, ләкин үҙҙәренә хакимлыҡ итәсәк батшаның хоҡуҡтары тураһында алдан уҡ ҡаты иҫкәрт.
Ата-бабаларығыҙҙы Мысырҙан сығарған көндән башлап ошоға тиклем һәр ваҡыт: „Әйткәндәремде тыңлағыҙ“, – тип киҫәтә килдем.
Мин яуыз кешегә: «Һин мотлаҡ үләсәкһең!» – тип әйтһәм, ә һин уны киҫәтмәһәң, ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн уны яман юлын ташларға өндәмәһәң, был яуыз кеше үҙ енәйәте арҡаһында үләсәк. Әммә уның ҡаны өсөн яуаплылыҡты Мин һинең өҫтөңә һаласаҡмын.
Хаким, халыҡты биләмәләренән ҡыуып сығарып, уларҙың ерҙәрен үҙенә ала алмай. Улдарына бары тик үҙенең биләмәһен генә мираҫ итеп бирә ала. Халҡымдан бер кем дә үҙ биләмәһенән ҡыуып сығарылырға тейеш түгел».
Шемуил халыҡҡа батшалыҡ итеү ҡағиҙәләрен аңлатты, уларҙы китапҡа яҙып, Раббы алдына һалды. Шунан бөтә халыҡты өйҙәренә ҡайтарып ебәрҙе.
Шемуил бөтә Исраилға былай тине: – Бына мин, һеҙ миңә нимә тип әйтәһегеҙ, шуларҙың барыһын да тыңланым: өҫтөгөҙҙән батша ҡуйҙым.
Шаул батшалыҡ иткән көндәрҙә пелештиҙәргә ҡаршы ҡаты һуғыштар булды. Шаул ниндәй көслө һәм ҡаһарман кеше күрһә, шуларҙың барыһын да үҙенең янына йыйҙы.
үҙҙәренең халыҡ алдындағы ҡаһинлыҡ бурыстарын бар тип тә белмәне. Берәйһе ҡорбан салһа, ит бешкән арала ҡаһиндың хеҙмәтсеһе ҡулына өс тешле сәнске тотоп килә лә
Мин уларҙы Мысырҙан алып сыҡҡан көндән алып бөгөнгә тиклем Миңә нимә ҡылған булһалар, һиңә лә шулай эшләйҙәр: улар Мине ташлап, башҡа илаһтарға хеҙмәт иттеләр.