6 Уларҙың: «Беҙгә батша ҡуй, беҙгә ул идара итһен», – тиеүҙәре Шемуилға оҡшаманы. Ул Раббыға доға ҡылды.
Раббы ант итте һәм ҡарарынан ҡайтмаҫ: «Һин Мәлки-Садиҡ дәрәжәһендәге Мәңгелек ҡаһинһың!» – тине.
– Был халыҡ һиңә нимә эшләне? Ниңә һин уларҙы шундай ауыр гонаһҡа тарыттың? – тип һораны Муса Һарундан.
Инде ялбарам, уларҙың гонаһтарын ғәфү итә күр. Ярлыҡамаҫ булһаң, яҙып ҡуйған китабыңдан исемемде юйып ташла.
Ҡайҙа һинең батшаң? Ҡалаларыңда, әйҙә, һине ҡотҡарһын. „Миңә батша менән башлыҡтар бир“, – Тип таптырған хакимдарың ҡайҙа?
Мусаның быға бик ныҡ асыуы килде лә Раббыға: – Уларҙың саҙаҡаһына илтифат итмә. Мин уларҙан хатта бер ишәк тә алманым, береһенә бер яманлыҡ ҡылманым, – тине.
Тик Муса менән Һарун йөҙтүбән ергә ҡапланып: – Эй Аллабыҙ, бөтә йән эйәләренә һулыш биргән Алла! Бер кеше гонаһ ҡылды, ә Һин бөтә йәмғиәткә асыуланаһыңмы? – тип ялбарҙы.
Муса Һарунға: – Бар, төтәҫләгес алып, уға ҡуҙ, һумала-майҙар һал да йәһәт кенә йәмғиәт алдына алып бар, улар өсөн пакландырыу йолаһын үткәр, сөнки Раббы асыуланды, үләт ҡырғыны башланды, – тине.
Бер нәмә тураһында ла борсолмағыҙ, әммә доға ҡылғанда ла, үтенес белдергәндә лә Алла алдында үтенестәрегеҙҙе шөкөр итеп белдерегеҙ.
Әгәр ҙә ҡайһығыҙғалыр аҡыл зирәклеге етешмәһә, уны барыһына ла шелтәһеҙ, йомарт өләшкән Алланан һораһын, һәм уға бирелер.
Әммә һеҙ бөгөн, үҙегеҙҙе бөтә бәлә-ҡазаларҙан, ҡайғыларҙан ҡурсалаған Аллағыҙҙы инҡар итеп, Уға: «Беҙҙең өҫтән батша ҡуй», – тинегеҙ. Инде хәҙер Раббы ҡаршыһына ырыу-ырыу, нәҫел-нәҫел булып баҫығыҙ.
Әммә Ғаммон батшаһы Нахаштың һеҙгә ҡаршы сыҡҡанын күргәс, миңә: «Юҡ, беҙҙең өҫтән батша хакимлыҡ итһен», – тинегеҙ, ә бит һеҙҙең батшағыҙ Раббы Үҙе!
Әле бойҙай урағы ваҡыты түгелме? Күк күкрәтһен, ямғыр яуҙырһын, тип Раббыға ялбарасаҡмын. Үҙегеҙгә батша һорауығыҙҙың Раббы күҙендә ниндәй ҙур золом икәнен аңларһығыҙ һәм күрерһегеҙ.
Бөтәһе лә Шемуилға: – Беҙ ҡолдарыңды һәләк итмәһен өсөн Аллаң Раббыға доға ҡыл, – тинеләр. – Сөнки булған гонаһтарыбыҙ өҫтөнә үҙебеҙгә батша һорап, тағы бер золом ҡылдыҡ.
Миңә килгәндә инде, һеҙҙең өсөн Раббыға доға ҡылыуҙан ваз кисеп, Уға ҡаршы гонаһ эшләү ҡайҙа! Һеҙҙе артабан да яҡшы һәм хаҡ юлға өгөтләйәсәкмен.
– Шаулды батша итеп ҡуйғаныма үкенәм. Сөнки ул Минән ситкә боролдо, бойороғомдо еренә еткереп үтәмәне. Шемуил борсоуға ҡалды һәм төнө буйы Раббыға ялбарып доға ҡылды.
Шунан Шемуил: – Бөтә Исраил халҡын Миспала йыйығыҙ. Мин һеҙҙең хаҡта Раббыға доға ҡылырмын, – тине.