17 Ваҡ малдарығыҙҙың да унынсы өлөшөн алыр. Үҙегеҙ иһә уға ҡол булырһығыҙ.
– Атайың яурындарыбыҙға ауыр йөк һалды. Инде һин михнәтебеҙҙе еңеләйт, беҙҙе ҡалыптан ҡотҡар, шул сағында беҙ һиңә хеҙмәт итербеҙ.
Ибраһим иһә һуғыштан алып ҡайтҡан табышының ундан бер өлөшөн уға бирә. Беренсенән, Мәлки-Садиҡ тигән исем «хаҡлыҡ батшаһы» тигәнде аңлата, икенсенән, ул Сәлимдең батшаһы ла, йәғни «именлек батшаһы».
Голиаҫ туҡтаны ла сафта торған Исраил яугирҙәренә: – Нимә һеҙ һуғышырға тип теҙелеп торған булаһығыҙ? – тип һөрәнләне. – Мин пелешти, ә һеҙ Шаул ҡолдары түгелме ни? Арағыҙҙан берәй кешене һайлағыҙ, әйҙә ул минең яныма төшһөн.
Иң яҡшы ҡолдарығыҙҙы, ҡолиәләрегеҙҙе, иң көслө егеттәрегеҙҙе, ишәктәрегеҙҙе үҙ эшенә тотонор.
Ана шул саҡта үҙегеҙ һайлап алған батшағыҙға ҡаршы аһ-зар орорһоғоҙ, тик Раббы ул көндө һеҙгә яуап ҡайтармаясаҡ.