Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




І Батшалар 7:9 - Изге Яҙма

9 Шул саҡ Шемуил бер имгән һарыҡ бәрәсен алды ла Раббыға тотош яндырыу ҡорбаны итеп килтерҙе. Шунан Исраил өсөн Раббыға ялбарҙы. Раббы уға яуап ҡайтарҙы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




І Батшалар 7:9
16 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шунан мин боҙоҡтарға юлыңды өйрәтермен, Гонаһлылар Һиңә кире ҡайтыр.


Раббы миңә былай тине: – Муса менән Шемуил ҡаршыма баҫып ялбарһа ла, был халыҡҡа күңелем йомшармаҫ ине. Ҡыу уларҙы күҙ алдымдан, китһендәр!


– Быҙау, һарыҡ йәки кәзә бәрәсе тыуһа, улар ете көн буйы инәһе янында ҡалһын. Һигеҙенсе көндән башлап уны Раббыға ут ҡорбаны итергә ярай.


Раббыға ялбарып әйттем: «Хакимым Раббы, бөйөк ҡеүәтең менән йолоп алған, ҡулыңдың ҡөҙрәте менән Мысырҙан сығарған халҡыңды, Үҙ биләмәңде, һәләк итмә.


Шулай итеп, һауығыу өсөн бер-берегеҙ алдында гонаһтарығыҙҙы танығыҙ һәм бер-берегеҙ өсөн доға ҡылығыҙ. Тәҡүә кешенең доғаһы көслө, ул күпте эшләргә һәләтле.


Ошо ҡалҡыулыҡтың башында Аллаң Раббыға лайыҡлы ҡорбан усағы төҙө. Шунан Ашераның үҙең ҡырҡып ташлаған ҡолғаһын яғып, ете йәшлек үгеҙҙе тотош яндырыу ҡорбаны итеп килтер.


Иртәнсәк ҡала халҡы йоҡонан торһа – Бәғелгә ҡуйылған ҡорбан усағы емерелгән, уның эргәһендәге Ашера ҡолғаһы ҡырҡылған, яңы ҡоролған ҡорбан усағында ҡорбан үгеҙе яндырылған.


Минән алда Гилгалға төш. Тотош яндырыу, татыулыҡ ҡорбандары салыр өсөн мин дә унда барырмын. Килгәнемде ете көн көт, яныңа барғандан һуң, һиңә нимә эшләргә кәрәклеген әйтермен.


Әле бойҙай урағы ваҡыты түгелме? Күк күкрәтһен, ямғыр яуҙырһын, тип Раббыға ялбарасаҡмын. Үҙегеҙгә батша һорауығыҙҙың Раббы күҙендә ниндәй ҙур золом икәнен аңларһығыҙ һәм күрерһегеҙ.


– Мин унда нисек барайым? – тине Шемуил. – Шаул ишетеп ҡалһа, мине үлтерәсәк бит. – Үҙең менән бер орғасы башмаҡ ал. Раббыға ҡорбан салырға килдем, тип әйтерһең, – тине Раббы. –


Мин иһә Үҙемә теләгемә һәм маҡсатыма ярашлы эш итәсәк тоғро ҡаһин ҡуйырмын. Уның нәҫелен нығытырмын. Ул ғүмере буйы Минең мәсихем янында хеҙмәт итер.


Шунан Рамалағы өйөнә ҡайта, унан да Исраилға хөкөм ҡылыр булды. Шунда ул Раббыға ҡорбан усағы төҙөнө.


– Эйе, ана, алдығыҙҙа. Тик тиҙерәк барығыҙ. Бөгөн ул ҡалаға килде, сөнки халыҡ табыныу ҡалҡыулығында ҡорбан килтерә, – тип яуапланы ҡыҙҙар. –


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ