16 Һәр йыл һайын Бейт-Илде, Гилгалды, Миспаны йөрөп сығыр, бөтә был урындарҙа Исраилға хөкөм ҡылыр ине.
Был урынды ул Бейт-Ил тип атаны, элек ҡала Луз тип аталған булған.
Яҡуп һәммә кешеһе менән Ҡәнғән ерендәге Луз (йәғни Бейт-Ил) ҡалаһына килде,
Йәһүҙә илендә Алла мәшһүр, Исраилда Уның исеме бөйөк.
Эй ҡаһиндар, тыңлағыҙ быны! Исраил йәмғиәте, ҡолаҡ һал. Эй батша йортондағылар, ишетегеҙ – Һеҙ бит хөкөм йөрөтөргә тейеш. Ә һеҙ Миспала – тоҙаҡ, Тавор тауында ҡоролған ау булдығыҙ,
Бейт-Илгә йөрөмәгеҙ, Гилгалға юлланмағыҙ. Беер-Шәвәғкә барыу урынһыҙ. Гилгал мотлаҡ әсиргә төшәсәк, Бейт-Ил бәләгә әйләнәсәк».
Миспе, Кефира, Моса,
Исраилдар Гилгалда туплам ҡорҙо һәм шул уҡ айҙың ун дүртенсе көнөндә, кис, Йерихо тигеҙлегендә Ҡотҡарылыу байрамын үткәрҙе.
Раббы Йушағҡа: – Бөгөн мин һеҙҙән Мысырҙағы ҡоллоҡ хурлығын алып ташланым, – тине. Шул замандан бирле был урын Гилгал тип атала.
Уның утыҙ улы булып, утыҙы ла ишәк менеп йөрөр ине. Улдарының утыҙ ҡалаһы була торғайны. Ғилғәд ерендәге был ҡалалар бөгөнгә тиклем Яир ауылдары тип атала.
Уның ҡырҡ улы һәм утыҙ ейәне бар ине. Уларҙың етмеше лә ишәккә атланып йөрөр булды. Ул Исраилда һигеҙ йыл хакимлыҡ итте.
Аҡ ишәктәргә атланып, Келәм өҫтөнә ултырып йөрөгәндәр, Юлдарҙан йәйәүләп барыусылар, Маҡтау йырлағыҙ!
Шемуил халыҡты Раббы хозурына Миспаға саҡырҙы.
– Әйҙә, Гилгалға барайыҡ, унда батшалыҡты яңыртайыҡ, – тине Шемуил халыҡҡа.
Шунан Шемуил: – Бөтә Исраил халҡын Миспала йыйығыҙ. Мин һеҙҙең хаҡта Раббыға доға ҡылырмын, – тине.