8 Раббының һандығын арбаға ҡуйығыҙ, ә ғәйеп өсөн ҡорбан итеп ебәрелгән алтын әйберҙәрегеҙҙе, йәшниккә һалып, уның эргәһенә ултыртығыҙ. Шунан һандыҡты ебәрегеҙ, китһен.
Әгәр ҙә ул кешенең һарыҡ йәки кәзә килтерергә хәленән килмәһә, гонаһы өсөн Раббыға ике алатуба йәки ике күгәрсен балаһы алып килһен. Уларҙың береһе гонаһ ҡорбаны, икенсеһе тотош яндырыу ҡорбаны булыр.