7 Шулай итеп, бер яңы арба яһағыҙ, тәүгә быҙаулаған ике тана һыйыр алығыҙ. Уларға бер ваҡытта ла ҡалып кейҙерелмәгән булһын. Һыйырҙарҙы арбаға егегеҙ, ә быҙауҙарын, айырып алып, бикләгеҙ.
Алла һандығын Авинадавтың ҡашлаҡта ултырған йортонан алып сығып, өр-яңы еңел арбаға ҡуйҙылар. Арбаны Авинадавтың улдары Ғузза менән Ахйо алып барҙы.
Алла һандығын өр-яңы еңел арбаға ҡуйып, Авинадав йортонан алып китәләр. Арбаны Ғузза менән Ахйо алып бара.
– Раббы исраилдарға еткерергә ҡушҡан ҡанундың бер ҡағиҙәһе ошондай булыр: муйынына һис ҡасан ҡалып кейҙерелмәгән кәмселекһеҙ ерән тананы һиңә килтерһендәр.
Шунан мәйеткә иң яҡын ҡаланың аҡһаҡалдары егелмәгән, ҡалып кейҙерелмәгән тана алһын;
уны һөрөлмәгән, сәселмәгән һәм һәр ваҡыт һыу ағып ятҡан үҙәнлеккә килтерһен. Унда тананың муйынын һуғып һындырһындар.