6 Ниңә һеҙгә мысырҙар һәм фирғәүен кеүек тиҫкәре булырға? Раббы мысырҙар менән аяуһыҙ булғандан һуң, улар исраилдарҙы ебәрҙеләр һәм тегеләр китте түгелме?
Уның аҡылы тәрән, ҡөҙрәте сикһеҙ, Уға ҡаршы торғандарҙан кем имен ҡалыр?
Раббының данлы исемен ололағыҙ, Саҙаҡалар алып ихатаһына инегеҙ!
Муса менән Һарун, фирғәүен янына килеп былай тине: – Ғивриҙәр Аллаһы Раббы: «Һин Миңә буйһоноуҙан тағы күпме баш тартмаҡсы булаһың? Халҡымды ебәр, Миңә ғибәҙәт ҡылһындар.
Мин иһә мысырҙарҙың күңелен ҡатырырмын, кирелектәренә барып, һеҙҙе баҫтырырҙар. Шул сағында Мин фирғәүенде һәм уның бөтә ғәскәрен, яу арбаларын һәм һыбайлыларын еңеп, шөһрәтемде күрһәтермен.
Мысырҙар уларҙы баҫтырыуын белде; фирғәүендең бөтә аттары, яу арбалары, һыбайлылары исраилдар артынан диңгеҙ уртаһына инде.
– Мысырға әйләнеп ҡайтҡас, Минең ҡөҙрәтем менән тыуҙырылған был мөғжизәләрҙең бөтәһен дә фирғәүен алдында күрһәт. Ләкин Мин уның йөрәгенә тиҫкәрелек һалырмын һәм ул халыҡҡа китергә рөхсәт итмәҫ, – тине Раббы Мусаға. –
Фирғәүен һаман да ҡарышты. Барыһы ла Раббы әйткәнсә булды – ул Муса менән Һарунды тыңламаны.
Раббы Мусаға былай тине: – Фирғәүендең күңеле йомшармай, халыҡты ебәреүҙән баш тарта.
Еңеллек килгәнен күреп, фирғәүен йәнә ҡарышты: Раббы алдан әйткәнсә, Муса менән Һарунды тыңламаны.
Ләкин фирғәүен тиҫкәреләнеүен белде: халыҡты был юлы ла ебәрмәне.
Ләкин, һин Минең ҡөҙрәтемде күрһен һәм исемем бөтә ер йөҙөндә билдәле булһын өсөн, Мин һине иҫән ҡалдырҙым.
Фирғәүен ямғыр менән боҙҙоң яуыуҙан туҡтағанын, күк күкрәмәгәнен күрҙе лә йәнә гонаһлы эшенә тотондо – үҙе лә, хеҙмәтселәре лә йәнә ҡарышты.
Әммә тиҫкәрелегең һәм тәүбә итергә теләмәгән йөрәгең арҡаһында, Алланың ғәҙел хөкөмө асыҡланған асыу көнөндә башыңа төшәсәк нәфрәтте йыяһың.
Киреһенсә «бөгөн» тигән һүҙ әлегә ғәмәлдә булған саҡта, берегеҙ ҙә гонаһҡа алданып тиҫкәреләнмәһен өсөн, бер-берегеҙҙе көн һайын ҡеүәтләп тороғоҙ.