5 Ороларығыҙҙың һындарын һәм илегеҙгә ҡырғын килтергән сысҡандарҙың һынын яһағыҙ ҙа, Исраил Аллаһына хөрмәт күрһәтегеҙ. Бәлки, Ул һеҙҙән, илаһтарығыҙҙан, ерегеҙҙән ҡаты ҡулын алыр.
Эй халыҡтар, Раббыға лайыҡ хөрмәтте күрһәтегеҙ, Ғиззәтле, ҡөҙрәтле Раббыға хөрмәт күрһәтегеҙ.
Раббының данлы исемен ололағыҙ, Саҙаҡалар алып алдына килегеҙ! Ғәжәйеп изгелек эйәһе Раббыға сәждә ҡылығыҙ!
Сөнки Раббының һүҙе хаҡ, Уның ҡылған ғәмәлдәре тоғро.
Оло йыйында һөйөнсөләнем хаҡлығыңды, Ауыҙ йомоп торманым, беләһең, Раббы.
Шул саҡ ер йөҙөндә юлың мәғлүм булыр, Бар халыҡтар араһында ҡотҡарыуың билдәле булыр.
Мин ошо төндө Мысыр ерен иңләйем, беренсе булып тыуған һәр ир-атты һәм беренсе булып тыуған иркәк малды үлтерәм. Мысырҙарҙың бөтә илаһтарына яза бирәм. Мин – Раббы.
Муса менән Һарун шулай эшләне: Һарун таяғын күтәреп туҙанлы ергә һуғыуы булды – кешеләрҙе, мал-тыуарҙы себен-серәкәй һырып алды. Бөтөн Мысыр ерендә саң-туҙан себен-серәкәйгә әйләнде.
Раббы шулай эшләне лә: фирғәүен һарайын, уның хеҙмәтселәренең йорт-ерен, тотош Мысырҙы ҡара болот булып күгәүен баҫты: күгәүендән ер иңрәне.
Раббы Мусаға: – Һарунға әйт, таяғын йылғалар, арыҡтар, күлдәр өҫтөнә һуҙһын да тәлмәрйендәрҙе Мысыр еренә сығарһын, – тине.
Мысыр тураһында әүлиәлек. Бына Раббы, еңел болотҡа ултырып, Мысырға килер. Мысыр боттары Уның алдында ҡалтырап торор. Ҡурҡыштан мысырҙарҙың йөрәктәре иреп төшөр.
Һәммәһе лә Раббыны данлаһын, Уны яр буйындағы илдәр ҙә маҡтаһын!
Ҡараңғылыҡ баҫып алғансы, Эңерҙә аяғығыҙ тауҙарҙа һөрөнгәнгә тиклем Аллағыҙ Раббыны данлағыҙ! Һеҙ яҡтылыҡ көтөрһөгөҙ, Әммә Раббы уны үлем күләгәһенә, Дөм-ҡараңғылыҡҡа әйләндерер.
Тик һин ғәйебеңде таны: Аллаң Раббыға ҡаршы баш күтәрҙең, Һәр бер суҡ ботаҡлы ағас аҫтында Наҙҙарыңды ят илаһтарға өләштең, Әйткәндәремә ҡолаҡ һалманың, – тип белдерә Раббы. –
«Ябырылған саранчалар сиреүенең, Күс-күс саранчалар рәүешендә Һеҙгә ебәрелгән бөйөк ғәскәремдең Ҡырып ашап бөткәнен артығы менән бирәм.
Кем белә, бәлки, шул саҡ Алла беҙҙе йәлләр ҙә кире уйлар, асыуын баҫыр, һәм беҙ иҫән ҡалырбыҙ».
Әгәр ҙә һеҙ Минең һүҙемде тыңламаһағыҙ һәм ихлас йөрәктән исемемде данламаһағыҙ, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, – Мин өҫтөгөҙгә ҡәһәр юллайым, фатихамды ләғнәткә әйләндерәм. Эйе, Мин ҡәһәрләнем дә инде, сөнки исемемде данлағанда ихлас түгелһегеҙ.
Ул ваҡытта мысырҙар Раббы һәләк иткән бөтә беренсе булып тыуған улдарын ерләй ине – был Раббының уларҙың аллалары өҫтөнән хөкөм ҡылыуы булды.
Шулай итеп, элек һуҡыр булған кеше икенсе тапҡыр саҡыртылды. Башлыҡтар уға: – Алла алдында дөрөҫөн әйт! Һин әйткән кешенең гонаһлы икәнен беләбеҙ, – тинеләр.
– Улым! – тине Йушағ Ғаханға. – Исраил Аллаһы Раббыны данла һәм Уға маҡтау яуҙыр! Нимә эшләгәнеңде миңә һөйләп бир, бер нәмәне лә йәшермә.
Шул уҡ мәлдә бик көслө итеп ер тетрәне, ҡаланың ундан бер өлөшө емерелде, ер тетрәүҙән ете мең кеше үлде, ә ҡалғандары, бик ныҡ ҡурҡып, Күк Аллаһын данланы.
Ул көслө тауыш менән: – Алланан ҡурҡығыҙ һәм Уны данлағыҙ, сөнки Уның хөкөм сәғәте килде. Күкте, ерҙе, диңгеҙҙе, һыу сығанаҡтарын Яратыусыға табынығыҙ! – тине.
Кешеләрҙе көслө селлә эҫелеге көйҙөрҙө, һәм улар был бәлә-ҡазалар өҫтөнән хакимлығы булған Алла исемен хурланылар, әммә тәүбә итмәнеләр, Алланы данламанылар.
Хәбәр ебәреп, бөтә пелешти хакимдарын йыйып килтерҙеләр ҙә: – Исраил Аллаһының һандығын бынан оҙата күрегеҙ! Беҙҙе – беҙҙең бөтә халҡыбыҙҙы үлтереп бөтмәһен өсөн уны үҙенең урынына кире ҡайтарығыҙ, – тинеләр. Бөтә ҡаланы әжәл ҡурҡынысы биләп алғайны. Раббының ҡулы ғәйәт ҡаты ине.
Әммә һандыҡ унда килтерелгәндән һуң, Раббының ҡулы ул ҡалаға ла бәлә-ҡаза килтерҙе: олоһонан алып кесеһенә тиклем бөтәһенең тәненә оролар үҫеп сыҡты. Халыҡтың ҡото алынды.
Раббының һандығын арбаға ҡуйығыҙ, ә ғәйеп өсөн ҡорбан итеп ебәрелгән алтын әйберҙәрегеҙҙе, йәшниккә һалып, уның эргәһенә ултыртығыҙ. Шунан һандыҡты ебәрегеҙ, китһен.