Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




І Батшалар 5:8 - Изге Яҙма

8 Шунан хәбәр ебәреп, пелешти хакимдарын саҡырттылар ҙа: – Исраил Аллаһының һандығын нимә эшләтәйек? – тип һоранылар. Пелешти хакимдары: – Исраил Аллаһының һандығы Ғаҫҡа күсерелһен, – тинеләр. Исраил Аллаһының һандығы Ғаҫ ҡалаһына ебәрелде.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




І Батшалар 5:8
11 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Тахаҫтың улы – Завад, Завадтың улдары – Шуҫелах, Ғезәр һәм Әлғад. Ғезәр менән Әлғад был ерҙә йәшәгән Ғаҫ кешеләренең көтөүҙәрен урларға тип килгәндәрендә, тегеләр уларҙы үлтерә.


Барып ҡарағыҙ Калнеға, Ул ерҙән бөйөк Хамаҫҡа үтеп, Артабан пелешти Ғаҫына төшөгөҙ: Һеҙ ул батшалыҡтарҙан ҡеүәтлерәкме? Әллә биләмәгеҙ уларҙыҡынан ҙурыраҡмы?


Йәрүсәлимде бөтә халыҡтар өсөн ауыр бер таш итәм. Уны күтәрергә маташҡан һәр береһе имгәнер. Ер йөҙөндәге бөтә халыҡтар Йәрүсәлимгә ҡаршы берләшер.


йәғни Мысыр сигендәге Шихор йылғаһынан алып төньяҡта Ғәҡрон сигенә тиклем бөтә ерҙәр. Хәҙер был ерҙәр Ҡәнғәндеке һанала. Унда биш пелешти хакимы – Газа, Ашдод, Ашҡылон, Ғаҫ һәм Ғәҡрон ҡалалары менән идара иткән ерҙәр, шулай уҡ ғаууиҙар йәшәгән көньяҡ төбәктәр;


Ғәҡрон ҡалаһы урынлашҡан тауҙың төньяҡ битләүе буйлап барғас, Шиккерон яғына борола, Бағала тауын үтеп, Явнеил ҡалаһына килеп сыға һәм диңгеҙгә барып терәлә.


Пелештиҙәр тупламынан Ғаҫ ҡалаһынан булған Голиаҫ атлы бәһлеүән сыҡты. Буйы – алты терһәк тә бер ҡарыш ине.


Исраил һәм Йәһүҙә яугирҙәре күтәрелеп, ҡысҡырыша-ҡысҡырыша пелештиҙәрҙе Ғаҫҡа һәм Ғәҡрондың ҡапҡаларына тиклем баҫтырҙы. Шағараим юлы, Ғаҫ менән Ғәҡронға тиклем, пелештиҙәрҙең мәйете менән ҡапланды.


Шунан Ахиш Дауытты янына саҡырып: – Тере Раббы шаһит: һин намыҫлы кешеһең. Яуға минең менән бергә инһәң, бергә сыҡһаң, күңелемә рәхәт булыр ине. Килгәнеңдән алып, бөгөнгәсә бер яманлығыңды ла күрмәнем. Тик пелешти хакимдары һине хушһынманы.


Хәбәр ебәреп, бөтә пелешти хакимдарын йыйып килтерҙеләр ҙә: – Исраил Аллаһының һандығын бынан оҙата күрегеҙ! Беҙҙе – беҙҙең бөтә халҡыбыҙҙы үлтереп бөтмәһен өсөн уны үҙенең урынына кире ҡайтарығыҙ, – тинеләр. Бөтә ҡаланы әжәл ҡурҡынысы биләп алғайны. Раббының ҡулы ғәйәт ҡаты ине.


Был хәлдәрҙе күреп, Ашдодта йәшәүселәр: – Исраил Аллаһының һандығы беҙҙә ҡалмаһын, сөнки беҙгә лә, илаһыбыҙ Дагонға ла Уның ҡулы ҡаты, – тинеләр.


Пелештиҙәр ҡаһиндарын һәм күрәҙәселәрен саҡырып: – Раббының һандығын нимә эшләтәйек, уны үҙенең урынына нисек кире ҡайтарайыҡ? Беҙгә өйрәтегеҙ, – тинеләр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ