Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




І Батшалар 5:11 - Изге Яҙма

11 Хәбәр ебәреп, бөтә пелешти хакимдарын йыйып килтерҙеләр ҙә: – Исраил Аллаһының һандығын бынан оҙата күрегеҙ! Беҙҙе – беҙҙең бөтә халҡыбыҙҙы үлтереп бөтмәһен өсөн уны үҙенең урынына кире ҡайтарығыҙ, – тинеләр. Бөтә ҡаланы әжәл ҡурҡынысы биләп алғайны. Раббының ҡулы ғәйәт ҡаты ине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




І Батшалар 5:11
7 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шул саҡ хеҙмәтселәре фирғәүенгә: – Был әҙәмдән тағы күпме ыҙа сигергә? – тинеләр. – Ебәр һин уларҙы, әйҙә, үҙ Аллалары Раббыға ғибәҙәт ҡылһындар. Мысырҙың һәләкәт сигендә икәнен күрмәйһеңме ни?


Бынан һуң Алла һандығын Ғәҡронға ебәрҙеләр. Алланың һандығы ҡалаға инер-инмәҫтән, Ғәҡрон халҡы: – Беҙҙе – бөтә халҡыбыҙҙы үлтереп бөтөр өсөн Исраил Аллаһының һандығын беҙгә килтергәндәр! – тип яр һалды.


Раббының ҡулы Ашдодта һәм уның тирәһендә йәшәүселәрҙе ауыр ҡазаларға дусар итте, уларҙың тәндәренә оролар сығарып, ҡоттарын алды.


Ороларығыҙҙың һындарын һәм илегеҙгә ҡырғын килтергән сысҡандарҙың һынын яһағыҙ ҙа, Исраил Аллаһына хөрмәт күрһәтегеҙ. Бәлки, Ул һеҙҙән, илаһтарығыҙҙан, ерегеҙҙән ҡаты ҡулын алыр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ