Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




І Батшалар 5:10 - Изге Яҙма

10 Бынан һуң Алла һандығын Ғәҡронға ебәрҙеләр. Алланың һандығы ҡалаға инер-инмәҫтән, Ғәҡрон халҡы: – Беҙҙе – бөтә халҡыбыҙҙы үлтереп бөтөр өсөн Исраил Аллаһының һандығын беҙгә килтергәндәр! – тип яр һалды.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




І Батшалар 5:10
13 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ҡайҙа ғына барһаң да, һәр ерҙә һинең менән булдым, Мин һинең бөтә дошмандарыңды юҡ иттем. Хәҙер һинең исемеңде ер йөҙөндә йәшәгән бөйөк кешеләр исеме менән бер рәттән мәшһүр итермен.


Исраил батшаһы Ахазъяһ, Самариялағы һарайының өҫкө ҡатындағы бүлмәһенең тәҙрә рәшәткәһенән ҡолап, бик ныҡ йәрәхәтләнгәйне. Ярандарын: – Барығыҙ, Ғәҡрон илаһы Бәғел-Зевувтан белешеп ҡайтығыҙ, был ауырыуымдан һауыға алырмынмы? – тип йомошҡа ебәрҙе.


Тахаҫтың улы – Завад, Завадтың улдары – Шуҫелах, Ғезәр һәм Әлғад. Ғезәр менән Әлғад был ерҙә йәшәгән Ғаҫ кешеләренең көтөүҙәрен урларға тип килгәндәрендә, тегеләр уларҙы үлтерә.


Ашдодтағы тәхет хужаһын, Ашҡылонда хакимлыҡ таяғы эйәһен юҡҡа сығарам; Мин Ғәҡронға ҡаршы ҡул күтәрәм, Имен ҡалған пелештиҙәр юҡ булыр!» – ти Раббы Хаким.


Барып ҡарағыҙ Калнеға, Ул ерҙән бөйөк Хамаҫҡа үтеп, Артабан пелешти Ғаҫына төшөгөҙ: Һеҙ ул батшалыҡтарҙан ҡеүәтлерәкме? Әллә биләмәгеҙ уларҙыҡынан ҙурыраҡмы?


йәғни Мысыр сигендәге Шихор йылғаһынан алып төньяҡта Ғәҡрон сигенә тиклем бөтә ерҙәр. Хәҙер был ерҙәр Ҡәнғәндеке һанала. Унда биш пелешти хакимы – Газа, Ашдод, Ашҡылон, Ғаҫ һәм Ғәҡрон ҡалалары менән идара иткән ерҙәр, шулай уҡ ғаууиҙар йәшәгән көньяҡ төбәктәр;


Ғәҡрон ҡалаһы урынлашҡан тауҙың төньяҡ битләүе буйлап барғас, Шиккерон яғына борола, Бағала тауын үтеп, Явнеил ҡалаһына килеп сыға һәм диңгеҙгә барып терәлә.


Эргә-тирәһендәге ауылдар менән Ғәҡрон;


Йәһүҙә нәҫеле тағы ла әйләнә-тирәһендәге ерҙәре менән бергә Газа, Ашҡылон һәм Ғәҡрон ҡалаларын алды.


Исраил һәм Йәһүҙә яугирҙәре күтәрелеп, ҡысҡырыша-ҡысҡырыша пелештиҙәрҙе Ғаҫҡа һәм Ғәҡрондың ҡапҡаларына тиклем баҫтырҙы. Шағараим юлы, Ғаҫ менән Ғәҡронға тиклем, пелештиҙәрҙең мәйете менән ҡапланды.


Хәбәр ебәреп, бөтә пелешти хакимдарын йыйып килтерҙеләр ҙә: – Исраил Аллаһының һандығын бынан оҙата күрегеҙ! Беҙҙе – беҙҙең бөтә халҡыбыҙҙы үлтереп бөтмәһен өсөн уны үҙенең урынына кире ҡайтарығыҙ, – тинеләр. Бөтә ҡаланы әжәл ҡурҡынысы биләп алғайны. Раббының ҡулы ғәйәт ҡаты ине.


Әммә һандыҡ унда килтерелгәндән һуң, Раббының ҡулы ул ҡалаға ла бәлә-ҡаза килтерҙе: олоһонан алып кесеһенә тиклем бөтәһенең тәненә оролар үҫеп сыҡты. Халыҡтың ҡото алынды.


Раббының һандығы пелештиҙәр ерендә ете ай булды.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ