9 Ҡыйыу булығыҙ, пелештиҙәр! Батыр тороғоҙ, юғиһә, әүәл ғивриҙәр һеҙгә нисек ҡол булһа, һеҙ ҙә шулай уларға ҡол булырһығыҙ! Шуға күрә ҡаһармандарса алышығыҙ!
Батыр бул, халҡыбыҙ өсөн, Аллабыҙҙың ҡалалары өсөн ныҡ торайыҡ, ә Раббы Үҙе нисек хуш күрә, шулай эшләр.
Сит халыҡтар Исраил халҡын үҙ төйәгенә ҡайтарыр. Раббы ерендә исраилдар был халыҡтарҙы ҡол итер. Үҙҙәрен әсир иткәндәрҙе әсир итерҙәр, Элек үҙҙәрен иҙгәндәргә хаким булырҙар.
Эй әлегә емерелеү белмәгән емереүсе! Хыянатҡа тарымаған хыянатсы! Ҡайғы һиңә! Һин емереүҙән туҡтағас, үҙеңде емерәсәктәр; Хыянат ҡылып бөткәс, һиңә хыянат итерҙәр.
Уяу булығыҙ, иманда ныҡ тороғоҙ, ҡыйыу һәм ныҡ булығыҙ.
Шуға күрә Раббының Исраилға ҡарата асыуы ҡабарҙы; Ул исраилдарҙы пелештиҙәр һәм ғаммондар ҡулына тапшырҙы.
Исраил халҡы йәнә Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡылырға тотондо, һәм Раббы уларҙы ҡырҡ йылға пелештиҙәр ҡулына тапшырҙы.
Шул саҡ быға тиклем пелештиҙәр менән булған, улар менән бергә тупламға килгән ғивриҙәр ҙә Шаул менән Йонаҫан янындағы исраилдарға ҡушылды.
Бөттө баш! Был ҡөҙрәтле аллалар ҡулынан беҙҙе кем ҡотҡарыр? Сүлдә мысырҙарҙы һәр төрлө ҡазалар менән язалаған аллалар бит улар.