7 ҡурҡыуға ҡалдылар: – Аллалары уларҙың тупламдарына килгән, – тинеләр. – Харап булдыҡ! Әлегә тиклем бындай хәлдең булғаны юҡ ине.
Тыныс булығыҙ, Раббы һеҙҙең өсөн һуғышасаҡ.
Раббы яу арбаларының тәгәрмәстәрен тығылдырҙы ла, улары йүнләп әйләнмәне. – Тиҙерәк ҡасайыҡ был Исраил халҡы янынан! – тине мысырҙар. – Раббы улар яғында беҙгә ҡаршы һуғыша.
Әгәр уларҙың Ҡаяһы ҡурсалауҙан туҡтамаһа, Раббы уларҙы дошмандары ҡулына тапшырмаһа, Нисек берәү мең кешене ҡыуыр, Икәү ун меңде баҫтырыр ине?
Ҡысҡырышҡан тауыштарҙы ишеткән пелештиҙәр: – Ғивриҙәр тупламында ниндәй шау-шыу ул? – тип ғәжәпләнде. Тупламға Раббы һандығы килгәнен белгәс,
Бөттө баш! Был ҡөҙрәтле аллалар ҡулынан беҙҙе кем ҡотҡарыр? Сүлдә мысырҙарҙы һәр төрлө ҡазалар менән язалаған аллалар бит улар.