Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




І Батшалар 4:5 - Изге Яҙма

5 Раббының Килешеү һандығы тупламға килгәс, бөтә исраилдар шул тиклем ҡысҡырышты, хатта ер тетрәне.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




І Батшалар 4:5
10 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шул саҡ Дауыт Садоҡ ҡаһин менән Алланың Килешеү һандығын күтәреп йөрөткән левиҙәрҙе күреп ҡалды. Бына улар, туҡтап, Алла һандығын ергә ҡуйҙы. Әвйәҫәр ҡаһин, ҡалҡыу урынға баҫып, ҡаланан һәммә халыҡтың сығып бөткәнен ҡарап торҙо.


Һыбыҙғылар уйнап, йырлап-бейеп Сөләймәндең артынан эйәрҙеләр. Улар шул тиклем ҡыуанды, хатта тауыштарынан ер тетрәгән кеүек булды.


Яуыздарҙың ҡыуанысы ҡыҫҡа, Аллаһыҙҙарҙың шатлығы ғүмерһеҙ.


„Бында Раббының ҡорамы! Раббының ҡорамы, Раббының ҡорамы бында!“ – тигән алдатҡыс һүҙҙәргә ышанмағыҙ.


Афәт көнөн йыраҡ һанап, Золом тантанаһын тиҙләтәһегеҙ.


Берәй елғыуар алдаҡсы килеп: „Бында шарап менән хәмер мул булыр“, – тип әйтһә, Был халыҡ уны пәйғәмбәрем, тип ҡабул итер».


Улар ҡалала булған бөтә йән эйәһен харам ҡылды – ир-атты, ҡатын-ҡыҙҙы, бала-сағаны, ҡарт-ҡороно, эре һәм ваҡ малды, ишәктәрҙе ҡылыстан үткәрҙе.


Нун улы Йушағ, ҡаһиндарҙы йыйып, уларға: – Килешеү һандығын күтәреп алығыҙ. Ете ҡаһин, һәр береһе ҡулына мөгөҙ борғо тотоп, Раббының Килешеү һандығы алдынан барһын, – тине.


Лехигә яҡынлашҡас, пелештиҙәр уны һөрән һалып ҡаршыланы. Шул саҡ Шимшонды Раббы рухы солғап алды, һәм уның ҡулындағы бауҙар, янып бөткән етен шикелле, һыпырылып төштө.


Ҡысҡырышҡан тауыштарҙы ишеткән пелештиҙәр: – Ғивриҙәр тупламында ниндәй шау-шыу ул? – тип ғәжәпләнде. Тупламға Раббы һандығы килгәнен белгәс,


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ