4 Халыҡ Шилоға кешеләр ебәрҙе һәм кирубтар араһында тәхет ҡорған Күк ғәскәрҙәре Раббыһының Килешеү һандығын килтерҙеләр. Ғәлиҙең ике улы Хофни менән Пинхас Алланың Килешеү һандығы янында ине.
Шул саҡ Дауыт Садоҡ ҡаһин менән Алланың Килешеү һандығын күтәреп йөрөткән левиҙәрҙе күреп ҡалды. Бына улар, туҡтап, Алла һандығын ергә ҡуйҙы. Әвйәҫәр ҡаһин, ҡалҡыу урынға баҫып, ҡаланан һәммә халыҡтың сығып бөткәнен ҡарап торҙо.
Дауыт, эргәһендәге халыҡ менән бергә, кирубтар араһында тәхет ҡорған Күк ғәскәрҙәре Раббыһы исемен йөрөткән Алла һандығын алып ҡайтыу өсөн, Йәһүҙәләге Бағала ҡалаһына юлланды.
былай тип доға ҡылды: – Эй кирубтар араһында тәхет ҡорған Исраил Аллаһы Раббы! Ерҙәге бөтә батшалыҡтарҙың берҙән-бер Аллаһы Һин. Күк менән ерҙе Һин яраттың.
Йырсылар етәксеһенә: «Гиттиҫ» көйөнә. Асафтың мәҙхиәһе.
Ҡөҙрәтебеҙ булған Аллаға ҡыуанышып йырлағыҙ, Шатланышып ҡысҡырығыҙ Яҡуп Аллаһына!
Шөкөр мәҙхиәһе. Гөрләшеп сәләмлә Раббыны, бар донъя!
«Эй кирубтар араһында тәхет ҡорған Исраил Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы! Ерҙәге бөтә батшалыҡтарҙың берҙән-бер Аллаһы Һин. Күк менән ерҙе Һин яраттың.
Бына хәҙер: «Беҙгә ҡарата мәрхәмәтле булһын Алла!» – тип Алланан яҡшы мөнәсәбәт һорап ҡара. Һеҙ шундай ҡорбандар килтергәндән һуң, Ул һеҙгә нисек яҡшы мөнәсәбәттә була алһын? – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. –
Тупламдан юлға ҡуҙғалырға кәрәк булғанда, Һарун менән уның улдары Изге сатырҙы һәм уның бөтә кәрәк-ярағын ҡаплап бөткәс, уны күтәреп алып китер өсөн Ҡыһаҫ улдары килер; тик улар мөҡәддәс әйберҙәргә ҡағылмаһын, юҡһа үлерҙәр. Осрашыу сатырының был әйберҙәрен Ҡыһаҫ нәҫеле йөрөтөргә тейеш.
Тупламдан юлға ҡуҙғалырға кәрәк булһа, Һарун менән уның улдары, сатырға инеп, Килешеү һандығы алдындағы пәрҙәне алыр ҙа һандыҡты ҡаплар.
Муса, Раббы менән һөйләшер өсөн Осрашыу сатырына ингән саҡта, Килешеү һандығына ябылған ҡапҡастың өҫтөндәге ике кируб араһынан үҙенә өндәшкән тауыш ишетер булды. Раббы шулай Муса менән һөйләшә ине.
Сабыйҙы имсәк ташлатҡас, Ханна, өс йәшлек үгеҙ, бер эфа он, бер турһыҡ шарап алып, улын Раббының Шилолағы йортона алып килде. Бала әле сабый ғына ине.
Эфод йөрөтөүсе Ахияһ та улар араһында ине. Ул – Ихаводтың туғаны Ахитувтың улы. Ихавод иһә элек Шилола Раббының ҡаһины булған Ғәлиҙең улы Пинхастан тыуғайны. Халыҡ Йонаҫандың киткәнен белмәне.
Ғәли бик ҡартайғайны инде. Ул улдарының бөтә исраилдарға нимәләр ҡылғаны, Осрашыу сатырына ингән ерҙә хеҙмәт иткән ҡатындар менән йоҡлап йөрөгәне хаҡында ишетә ине.