22 – Исраилдың даны китте, сөнки Алланың һандығы ҡулдан китте, – тине ул.
Ана бөйөк Хаким асыуынан Сион-ҡыҙҙы Һәр тарафтан болот менән ҡапланы! Исраилдың данын күктән ергә быраҡтырҙы, Аяҡтары аҫтындағы баҫҡысты Асыулы көнөндә хәтеренә төшөрмәне.
Шунда Уның шәкерттәре Изге Яҙмалағы: «Һинең йортоң өсөн йән атып, янып-көйәм мин», – тигән һүҙҙәрҙе иҫтәренә төшөрҙө.
Улдарың Хофни һәм Пинхас менән буласаҡ хәл һинең өсөн билдә булыр: улар икеһе бер көндө үләсәк.
Ул көндө Мин Ғәлигә уның нәҫеле тураһында әйткәндәремдең барыһын да ғәмәлгә ашырасаҡмын. Башлармын да тамамлап та ҡуйырмын.
Алла һандығы алынғанға, ҡайныһы менән ире үлгәнгә күрә: – Исраилдың даны китте! – тине лә сабыйына Ихавод тип исем ҡушты.
Пелештиҙәр, Алла һандығын ҡулға төшөргәндән һуң, уны Әвән-Ғезәрҙән Ашдодҡа килтерҙеләр.