20 Үлеп барған сағында, эргәһендә торған ҡатындар уға: – Ҡурҡма, улың тыуҙы, – тинеләр. Ләкин ул иғтибар итмәне, яуап та бирмәне.
Улар Бейт-Илдән китеп, Әфраҫаға яҡынлашҡас, Рәхиләне тулғаҡ тота башланы. Ул балаһын таба алмай яфаланды.
Ауыҙымды хикмәт менән асайым, Боронғо серҙәрҙе әйтәйем.
Сәғәте еткәс, ауырлы ҡатын яфа сигә, әммә балаһын тапҡас, донъяға кеше тыуҙырыу шатлығынан, кисергән ғазаптарын онота.
Ғәлиҙең килене – Пинхастың ҡатыны – йөклө ине, етешеп бөткәйне. Алла һандығының дошман ҡулына төшөүе, ҡайныһы менән иренең үлеме тураһында ишеткәс, тулғағы тотоп сүгәләне лә балаһы тыуҙы.