8 Иртәгәһенә һәләк булғандарҙы таларға килгән пелештиҙәр Гилбоағ тауында Шаул менән уның өс улының мәйетен табып алды.
Был хаҡта Ғаҫ ҡалаһында һөйләмәгеҙ; Белдермәгеҙ Ашҡылон урамдарында; Пелешти ҡыҙҙары ҡыуанмаһын; Сөннәтһеҙҙәрҙең ҡыҙҙары шатланмаһын.
Эй Гилбоағ тауҙары! Өҫтөгөҙгә ысыҡ төшмәһен, ямғыр яумаһын, Уңыш бирер баҫыуҙарың булмаһын! Шунда шөһрәтен юғалтты баһадирҙар ҡалҡаны, Шаулдың ҡалҡанына май һөртөлмәҫ инде.
Иртәгәһенә, һәләк булғандарҙы таларға килгән пелештиҙәр, Гилбоағ тауында Шаул менән уның улдарының мәйетен табып ала.
Йеһошафат халҡы менән бергәләп яумал йыя башлай: бик күп мал-мөлкәт, кейем-һалым, затлы әйберҙәр табалар, күтәреп алып китмәҫтәй итеп йөкмәнәләр. Өс көн буйы ташыйҙар былар яумалды – ул шул тиклем күп була.
Пелештиҙәр йыйылышып Шунемға киттеләр ҙә шунда туплам ҡорҙолар. Шаул да, бөтә Исраилды йыйып, Гилбоағ тауында урынлашты.
Үҙәнлектең икенсе яғында һәм Иордан аръяғында йәшәгән исраилдар, Исраил ғәскәренең ҡасҡанын, Шаулдың һәм уландарының үлгәнен күреп, ҡалаларын ташлап ҡасты. Ә пелештиҙәр уларға барып урынлашты.
Улар Шаулдың башын ҡырҡтылар, ҡоралдарын систереп алдылар, шунан был турала боттарының ғибәҙәтханаларында һәм халыҡҡа хәбәр итер өсөн бөтә Пелешеҫ еренә сапҡындар ебәрҙеләр.