7 Үҙәнлектең икенсе яғында һәм Иордан аръяғында йәшәгән исраилдар, Исраил ғәскәренең ҡасҡанын, Шаулдың һәм уландарының үлгәнен күреп, ҡалаларын ташлап ҡасты. Ә пелештиҙәр уларға барып урынлашты.
Ерегеҙҙе шул тиклем емереклеккә әүерелдерермен, хатта унда төйәкләнгән дошмандарығыҙ ҙа шаҡ ҡатыр.
Дошман ерендә иҫән ҡалғандарығыҙҙың йөрәгенә шом һалырмын. Улар һелкенгән япраҡ тауышынан да өркөп, ҡылыстан ҡурҡҡандай ҡасырҙар, бер кем баҫтырмағанда ла йығылырҙар.
Һеҙҙе бөтөнләй белмәгән халыҡтар тупрағығыҙҙың уңышын, хеҙмәтегеҙҙең емешен ашар, ә һеҙ ғүмерегеҙҙе йәбер-яфала үткәрерһегеҙ.
Мидйәндәрҙең йәбер-золомо арҡаһында Исраил халҡы ҡаялар араһында, мәмерйәләрҙә һәм нығытмалы урындарҙа йәшенеп йөрөнө.
Ҡамауҙа ҡалған исраилдар, үҙҙәренә ҡурҡыныс янағанын күреп, мәмерйәләрҙә, шырлыҡтарҙа, ҡаяларҙа, ер ҡыуышлыҡтарында һәм һыу һаҡлай торған соҡорҙарҙа йәшенә башланы.
Ҡайһы бер ғивриҙәр Иордан йылғаһы аръяғына, Ғад һәм Ғилғәд ерҙәренә ҡасты. Шаул ул ваҡытта Гилгалда ине. Уның менән булған яугирҙәр ҡурҡыуға төшкәйне.
Шулай итеп, Шаул, уның өс улы, ҡорал йөрөтөүсеһе, бөтә һуғышсылары бер көндә һәләк булды.
Иртәгәһенә һәләк булғандарҙы таларға килгән пелештиҙәр Гилбоағ тауында Шаул менән уның өс улының мәйетен табып алды.